+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әминә Шафиҡова тамашасыларын көтә

29 мартта Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙенең соло концертына саҡыра.

Әминә Шафиҡова тамашасыларын көтә
Әминә Шафиҡова тамашасыларын көтә

Ул профессионал музыкант: урта махсус музыка мәктәбен һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Программала Әминә Ивний ҡыҙы республиканың дәүләт академия оркестры менән берлектә Ференц Листың оркестр менән фортепиано өсөн беренсе концертын уйнаясаҡ. Шулай уҡ мәҙәниәт министрының Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Адбразаҡов менән дә сығыш яһауы көтөлә.

Әминә Ивний ҡыҙы белдереүенсә, ул юбилей концертына әҙерләнеү өсөн отпуск алған. Концертты онлайн-трансляция аша ла ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Автор:
Читайте нас: