-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәккә үтеп инерлек яҙмалар

Талантлы шағирә, яҙыусы, билдәле журналист Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫкән балаларҙың хәтирәләрен туплап, Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата “Һуғыш балалары – тарих яралары” тип аталған йыйынтыҡ нәшер иткәйне. Унан һуң Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата “Һуғыш яралаған бала саҡ” тип исемләнгән китабы донъя күрҙе. Яҙыусы “Һуғыш балалары һөйләй” тигән өсөнсө китабын да баҫтырып сығарҙы. Ошо йыйынтыҡта тупланған хәтирәләрҙең иң ҡыҙғаныстарын,  йөрәккә үтеп инерҙәйҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Йөрәккә үтеп инерлек яҙмалар
Йөрәккә үтеп инерлек яҙмалар
Кем өлгөрә, шул кейә...
 
Фәриҙә Миңлебулат ҡыҙы Байғужина (әле Сәғитова) 1928 йылдың февралендә Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 13 йәштә була.
“Атайым Миңлебулат 1941 йылдың көҙөндә яуға китте. Әсәйем сохари, бәрәңге киптерҙе. Ул ат менән Ермолаевкаға тиклем оҙата барҙы, беҙ илашып тороп ҡалдыҡ. Атай менән бергә Закир Хәмитов, Сабирйән Ҡотлогилдин, Харис Мәжитов ағайҙар ҙа китте.
Һуғышҡа алынған һалдаттарҙы башта Алкин станцияһына йый­ғандар. Әҙерәк хәрби күнекмәләр үткәргәндәр. Атайымдар менән бергә киткән Ғиниәт Хәмитов ағай шул Алкинда уҡ үлеп ҡалған. Ҡатыны Нәфиғә апай хәлен белергә тип барғайны, шунда аты һөрлөгөп китеп, Ғиниәт ағай уның аҫтында ҡалып үлгән. Нәфиғә апай һиҙенгәндер, күрәһең. Күреп ҡайтам тип барған ерҙә хәләл ефетен ерләп ҡайтты.
...Зиннәт туғаныбыҙ 1941 йылда ғына тыуғайны. Беҙ балтырған бешерһәк, ашамай. Ҡапҡа төбөнә сығып илай: “Атай, ҡайт, миңә бал­тырған ашаталар, мин уны яратмайым, атай, ҡайт”, – тип ялбара.
Яҙ, йәй ялан емештәрен ашайбыҙ. Ашлыҡ өлгөрһә, башын өҙөп алып ҡайтабыҙ. Әсәйемдәр шунан бойҙай ярмаһы яһай. Мәрзиәләрҙең ҡул тирмәне була торғайны. Шунда тартып алабыҙ.
Комбайнды бер урындан икенсе урынға күсерһәләр, ерҙә ҡалған бойҙайҙарҙы бөртөкләп йыйып алабыҙ. Унан, тартҡас, әсәй тәбиә бешерә.
 
Минән өс йәшкә бәләкәй туғаным Фәрзәнә менән икебеҙгә бер пальто, бер быйма була торғайны. Кем өлгөрә, шул кейә. Үҙебеҙҙең башланғыс мәктәптә дүрт класты бөттөк тә, күрше Таймаҫ ауылына уҡырға бармай ҡалдыҡ, сөнки кейеме лә юҡ, фатирға түләргә лә кәрәк.
Ҡышҡылыҡҡа бесәнен дә, утынын да үҙебеҙ әҙерләнек. Оло Һаҙҙа бесәнде ҡул менән йол­ҡабыҙ. Бер-ике көн торһа, кибә. Шуны бәләкәй арба менән барып алабыҙ. Һыйырыбыҙ ҙа, бәрәстәре менән кәзәләр ҙә булды.
Аяҡҡа кейергә бер нәмә лә юҡ. Сүп керә лә сыға. Аяҡ ҡатып бөтә.

Ҡатыҡ ойотабыҙ. Ҡалаҡты ҡатыҡҡа тығып алабыҙ ҙа шуны ялап ултырабыҙ, тегеләй тиҙ бөтә, тибеҙ.
Әсәй келәттә ҡарауылсы булып эшләне. Разия Вәлитова апай менән бергә ҡарауыллайҙар ине. Ҡайһы саҡта мин барып, әсәйемде алмаштырып, уны йоҡларға ҡайтарып ебәрәм.
1943 йылда Стәрлегә ФЗО-ға ебәрҙеләр. Станокта эшләргә тейеш инем. Өйрәнә лә башлағайным. Күрше ауылдан Лиза тигән ҡыҙ, мин һине ҡасырам, тине. Ишембайға поезға ултыртып ебәрҙе. Станциянан Аллағыуатҡа хәтлем килдем. Ҡайҙа ут бар, шунда өйҙәргә туҡылдатып сыҡтым, береһе лә ишеген асманы. Яҡтырғас, Мәләүезгә бара торған бартауай машинаға ултырып киттем. Өҫтә мискә бар ине. Мискә лә тәгәрләй, мин дә тәгәрләйем.
Мәләүезгә килеп еткәс, колхозсылар төшөп йөрөгән йортҡа барҙым. Унда Хәҙисә инәйебеҙ бар ине. Ул миңә сәй эсереп, йылы әйберҙәргә урап һалып ҡуйҙы.
Иртәгәһенә ҡайтып киттем. Ҡайтып еткәс тә, өйгә кереү юҡ әле, һарай артына барып, керергә ҡурҡып, илап торҙом. Ҡасып ҡайтҡас, әрләрҙәр, тип шөрләнем.
 
Йәнә алып киттеләр...
 
Әҙ генә өйҙә торғас, әсәйем артымдан килеп алып китмәһендәр типтер инде, мине Юлдаш ауылындағы туғандарға ебәрҙе. Бер айҙан һуң килеп алдылар.
Ҡайтыу менән ауылдан дүрт ҡыҙҙы – Рәйсә Мәжитова, Мөкәрәмә Әбделмәнова, Сәғиҙә (фамилия­һын онотҡанмын) һәм мине вербовка менән Орехово-Зуевоға алып киттеләр.
Вагондың тәҙрәһе юҡ. Тышты ҡарап барырға вагон стенаһын тишкәндәр. Беҙ ҙә Волганы үткәндә шул тишектән ҡараныҡ. Котелок менән һыу алып киләләр. Юлда үҙебеҙҙең ризыҡтар менән туҡландыҡ.
Барғас та мунса индерҙеләр. Мин кейемде алып ҡалдым, ҡыҙҙар мейескә киптерергә тип элгәндәр икән, янған да ҡуйған. Мунсанан сыҡҡайнылар, кейемдәре юҡ. Яланғас, илашып йөрөйҙәр. Уларға ҡыҫҡа ғына кейем, салбар, яулыҡ бирҙеләр.
Торф сығарыуҙа эшләнек. Ул ике төрлө. Береһе – фрезланған, уныһы ҡоро. Гидроторф тигәне ауыр, һыулы. Беҙ фрезланға­нында эшләнек. Трактор йомшартып сыға, беҙ движкалар менән ташыйбыҙ, бакуй эшләп һалабыҙ. Машина алып китә. Ике тәгәрмәсле тачан­каларға ла тултырып ташыйҙар.
Бер ерҙә бер йылға яҡын эшләнек. Шунан икенсе урынға күсерҙеләр. Февралдә алып киткәйнеләр, ноябрҙә генә ҡайтарҙылар.

Бүлмәлә алты ҡыҙ йәшәнек. Һалам матрас, һалам мендәр. Одеял ғына һалам түгел. Көнөнә 400-әр грамм икмәк бирәләр. Беҙ эшләгән ерҙә бәрәңге шәп булды. Подвалы ла яҡын ине. Керәбеҙ ҙә алабыҙ. Шәлдең эсенә урайбыҙ, ике кеҫәгә һалабыҙ. Кәнсирҙән башҡа һауыт юҡ. Шунда берәр бәрәңге һалабыҙ ҙа плитә өҫтөндә бешерәбеҙ. Утынды ла үҙебеҙ урмандан ташыйбыҙ.
Урман емешкә бай. Бушаған арала ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, күк көртмәле йыябыҙ ҙа шуны сталауайҙа эшләгән ҡатынға бирәбеҙ. Ул беҙҙең талонды киҫеп алып ҡалмай. Икенсе тапҡыр ашарға була.
Ял көндәрендә шунда йәшәгән кешеләр эшкә алып ҡайта. Йә бәрәңгеләрен утайбыҙ, йә ҡаҙып бирәбеҙ. Улар беҙҙе матур итеп ашатып ҡайтара.
 
Әсәйҙең теләктәре
 
Өйҙән хат килеп торҙо. Әсәйем кешенән яҙҙыра ине. Фәрзәнә һылыуымды мамыҡ иләргә лә, шәл бәйләргә лә йөрөткәндәр. Ул бәләкәй генә сыбыҡ күрһә лә, алып инеп, орсоҡ яһап ала торғайны. Үҙебеҙҙең ауылда ғына түгел, Шәбағышҡа ла алып киткәндәр. Унда беҙҙең туғандар бар ине. Йөн иләп, мамыҡ иләп, шәл бәйләп йөрөгән.
Һуғыш башланғанда дүрт йәшлек кенә булған Хөрмәтулла туғаныбыҙ, гел тимер йыйып, тапҡанын муйынына тағып уйнай торғайны.

Атай ҙа өйгә кешенән хат яҙҙырып торған. Атлы дивизияға эләккән. Атайымдың әсәһе – Мәҙинә өләсәйемдең өс улы һуғышҡа киткәйне – атайыбыҙ Миңлебулат, Хәйбулла һәм Нәбиулла. Өләсәйемдәрҙең өйө клуб янында ине. Уйындан ҡайтып килгән йәштәр өләсәйемдең көн дә доға уҡығанын ишетәләр икән. Келәт эргәһенә баҫып, ҡиблаға ҡарап, улдарының иҫән ҡайтыуын теләгән өләсәй. Әсә кешенең теләктәре ҡабул булып, өс улы ла һуғыштан иҫән-һау ҡайта.
Ауылыбыҙҙан күп кеше яу яландарында ятып ҡалды. Хөбөтдин Ҡунаҡҡолов ағайҙың да үлем хәбәре килде. Һуғышҡа тәүгеләрҙән булып киткән Закир Хәмитов, Сабирйән Ҡотлогилдин да... Тағы бик күптәр ҡайтманы.
Кәрәк-яраҡ нәмәләрҙе Таймаҫҡа сельпоға килтерәләр. “Барып алығыҙ” тигәстәр, әсә­йемдәр күрше ауылға кистән барып йоҡлай. Бер нәмә лә ала алмай илап ҡайталар.
Әсәйҙәр ат урынына эшләне. Иген һуҡҡан мәлдә комбайнды күсереп йөрөткәндә бер тракторҙың ғына көсө етмәй. “У-2” тигән бәләкәй тәгәрмәсле трактор була торғайны. Уның эргәһенә һыйыр егеп тарттыралар.
Ауыр саҡтарҙа ла ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр булды. Фәйрүзә Мырҙағолова тигән апай “калдаушик” ине. Ул нисек тә яйын табып, етем балаларға, ирҙәре фронтта һәләк булған ҡатындарға ярҙам итте. Уның исемен күптәр яҡшылыҡ менән генә иҫкә ала.
...Һуғыш бөткәндә беҙ Мәскәү эргәһендә инек. Маруся исемле бригадир ҡыҙ “Мир!”, “Мир!” тип ҡысҡырып йөрөнө. Кемдер илай, кем ырғый. Ул мәлдә мәхшәр булды. Беҙгә ике көн ял бирҙеләр. Шунда уҡ өйҙәребеҙгә ҡайтарып ебәрмәнеләр. Тағы ла ике ай самаһы эшләнек. Шунан һуң ғына ҡайтып киттек”.
 
Фото: Vk
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: