-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...

Өфөнөң «Довлатов һарайы»на инеүселәр үткәндәргә ҡайтып килә ала!

Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...
Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...

Был урын беҙҙе уҙған быуаттың 40-сы йылдарына алып китә, юмор оҫтаһы, сатирик, яҙыусы һәм журналист Сергей Довлатов ошо унңрында йәшәгән.

Ул бында ата-әсәһе менән эвакуацияла тыуған. Әйткәндәй, улар актер булған. Атаһы – режиссер һәм драматург, ә әсәһе актриса. Улар Өфөлә бер йылдан кәмерәк йәшәгән, әммә, өфөләр барыбер Довлатовты яҡташы тип һанай.

Яҙыусының 80 йыллығына Өфөлә ошо иҫ киткес туристик урын барлыҡҡа килде. Гоголь урамындағы 56-сы йортта Довлатов беренсе йыл ғүмерен үткәргән йортта яҙыусының әҫәрҙәренең геройҙарын һәм цитаталарын, шулай уҡ портреттарын күрә алаһығыҙ. Киңлекте ҡауҙы һәм «Һөнәр» әҫәренән торған ҙур «китап» биҙәй. Ошо иҫ киткес урынға барығыҙ, Довлатов китабын уҡығыҙ һәм 24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк «Китап-байрам» йәрминкәһенә килегеҙ. Ваҡытығыҙҙы ҡыҙыҡлы итеп үткәрегеҙ, күңелегеҙгә ятҡан китаптар табығыҙ.

Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...
Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...
Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...
Үткәндәргә ҡайтыуҙар ю-юҡ, тиһәләр ҙә...
Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: