+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Байрамда ташламалы хаҡҡа “ҺӘНӘК”кә яҙылайыҡ!

Белеүебеҙсә, "Китап байрамы" йәрминкәһендә "Изге подписка" хәйриә акцияһы бара. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов та ҡатнашты унда. Ул МХО-лағы яугирҙәрҙең ғаиләләре, балалары өсөн республика һәм район баҫмаларын яҙҙырҙы.

Байрамда ташламалы хаҡҡа “ҺӘНӘК”кә яҙылайыҡ!
Байрамда ташламалы хаҡҡа “ҺӘНӘК”кә яҙылайыҡ!

- Яугирҙәребеҙҙең яҡындарына бөтә йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән дини һәм рухи яҡтан лә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк, - тине Азат Баҙранов.

24 майҙан 26-на тиклем "Китап-байрам" II халыҡ-ара китап йәрминкәһендә "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәте ойошторған "Изге подписка"  дауам итә! Байрамда ташламалы хаҡҡа республикабыҙҙың төрлө гәзит-журналдарына  яҙылып, хәрби ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә, ветерандарға, уларҙың туғандарына һәм дуҫтарына ошондай бүләк эшләргә мөмкин.

Һеҙҙе Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте стенды янында көтәбеҙ. Йәрминкәнең һәр көнөндә, 18.00. сәғәттә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Унда кәмендә ярты йылға яҙҙырылған квитанциялар ҡатнаша ала.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: