+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Асҡар Абдразаҡовҡа – 55!

Донъя сәхнәләрен шаулатҡан данлыҡлы яҡташыбыҙ башҡорт халыҡ йырҙарынан диск сығарырға хыяллана.

Асҡар Абдразаҡовҡа – 55!
Асҡар Абдразаҡовҡа – 55!

Мәшһүр йырсы Өфөлә тыуған. Ул Ырымбур башҡорто, танылған кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың улы. Асҡар башҡорт йырсыларынан беренсе булып донъя кимәлендә танылыу яуланы һәм Пласидо Доминго, Хосе Каррерас, Дмитрий Хворостовский, Анна Нетребко, Мирелла Френи кеүек йондоҙҙар менән бер сәхнәлә сығыш яһай башланы. Бер йыл Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры булып эшләне.

Асҡарҙың бер туған ҡустыһы Ильдар ҙа донъялағы иң популяр опера йырсыларының береһе. Абдразаҡовтарҙың оло таланттан тыш үҙҙәренең егәрлелеге, туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылыуҙары уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән дә инде.

Асҡарҙың өс ҡыҙы бар. Ирэна менән Марианна тәүге ҡатыны Елена менән Испанияла йәшәй, икенсе ҡатыны Наталья менән Аида исемле ҡыҙ үҫтерәләр.

Марат Әминев.

Фото:Асҡар (һулда) һәм Илдар Абдразаҡовтар.

Башинформ.  

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: