-9 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
29 Май 2025, 18:04

“Һәнәк” “Китап-байрам”да дуҫтарын йыя!

30 майҙа Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй мәҙәниәтендә ваҡиға булыр сара – “Китап-байрам” башлана. Өфөгә сит илдәрҙән, илебеҙ төбәктәренән күренекле яҙыусылар, китап нәшриәт итеүселәр, данлыҡлы артистар килә.

“Һәнәк” “Китап-байрам”да дуҫтарын йыя!
“Һәнәк” “Китап-байрам”да дуҫтарын йыя!

III Халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә быйыл йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләүсе «Һәнәк” журналы редакцияһы ла тоғро дуҫтарын йыя. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов, артистар Хәмит Теләмов, Валерий Назаров составындағы “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” эстрада театры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов һәм башҡа күренекле замандаштарыбыҙҙың сығыштарын тыңлауҙан мәхрүм ҡалмағыҙ. Журналға яҙылыусыларға махсус бүләгебеҙ ҙә бар: билдәле рәссам, “Һәнәк”тең биҙәлеш мөхәррире Артур Василов был бәхетлеләрҙең һүрәттәрен төшөрөп бирәсәк.

Өфө ҡалаһындағы Совет майҙанында 31 май 10 сәғәттә башланасаҡ байрамға килегеҙ, күңелегеҙгә ял һәм рухи аҙыҡ алып ҡайтырһығыҙ!

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас