-9 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Август 2025, 18:25

Хәрби рәссам студенттарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә билдәле рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Сергей Марченконың “Донбасс күмере. Еңеүҙең йөҙҙәре” күргәҙмәһе асылды.

Сергей Марченко портреттарҙы крафт ҡағыҙҙа күмер менән эшләй. Ул был комбинацияны ҡағыҙ фоны тире төҫөнә тап килеүе, ә күмер геройҙың йөҙ һыҙаттарын һәм тойғоларын ентекләп башҡарырға мөмкинлек биреүе менән аңлата.

Оҫталыҡ дәресендә портрет геройы МХО ҡатнашыусыһы Юрий Лысов булды. Былтыр йыл аҙағында ул демобилизацияланған һәм реабилитациянан һуң төбәк ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыуға тотонған.

 -  Мин Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иттем, минометсы булдым, ә хеҙмәтте “Барс” подразделениеһында мотоуҡсылар ротаһы командиры вазифаһында тамамланым. Мин сәнғәтте ныҡлап аңламаһам да, картина аша кешенең характерын еткереү өсөн ҙур талант кәрәк тип иҫәпләйем, — тип үҙ фекере менән уртаҡлашты ул.

Оҫталыҡ дәресе ваҡытында рәссам студенттарға буласаҡ картина геройының эске донъяһын теүәл сағылдырыу өсөн уның менән алдан танышырға кәңәш бирҙе.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/kultura/2025-08-22/voennyy-portretist-sergey-marchenko-dal-master-klass-ufimskim-studentam-4358521

 Фото: пресс-служба проекта «Дни армейской культуры».

Автор:
Читайте нас