Луиза Риф ҡыҙының әҙәби тәнҡит мәҡәләләре тәрән анализға, сағыштырма-тарихи күҙәтеүгә ҡоролоуы менән һоҡландыра.Буш ваҡытында милли аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә ярата, матур-матур гөлдәр үҫтерә. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Ҡәләмдәшебеҙгә ижади уңыштар, яңы үрҙәр, алҡыштар, балҡыштар теләйбеҙ.
“Һәнәк”тәр.
Һарыбай
Кешеһенә ҡарап ҡул биргәндәр
Сәйерһенһә, ҡарап ҡулыма.
Теңкәләргә тейһә яһалмалыҡ...
...Күңелгенәм, түҙ һин, һулыма.
Йыуынмаған донъяларға ҡарап,
Битлектәрҙән биҙгән саҡтарҙа.
Ҡапыл ғына һине һағынамын -
Ҡалдың бит һуң әллә ҡайҙарҙа?..
Алыш-биреш, иҫәп-хисап та юҡ.
Һинең өсөн юҡ та... Ярлы... Бай...
Саф ҡарашың иҫтәремә төшә –
Бир тәпәйең, ихлас Һарыбай!
Луиза Кирәева.