-9 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Ноябрь 2025, 11:33

Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы?

Бирҙе донья кәрәкте, Иламаҫҡа өйрәтте... Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы? — Бәйләйһе бар йөрәкте... Ошо үлемһеҙ юлдар авторы Хәсән Туфандың бөгөн тыуған көнө. Эйе, һәр кемебеҙ ҡулы, күңеле йылы кешеләргә мохтаж.

Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы?
Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы?

Бөгөн тағы ла ниндәй билдәле кешеләрҙең тыуған көндәре һуң? Улар: артистар Брюс Ли, Галина Польских, Владимир Машков, музыкант Борис Гребенщиков, юморист Виктор Коклюшкин, телевидение дикторы Екатерина Андреева, башҡорт теле белгесе Нәжибә Мәҡсүтова, актриса Әнисә Дилмөхәмәтова. Шулай уҡ “Һәнәк” төркөмөндәге дуҫтарыбыҙҙы ( улар иллеләп кеше) тыуған көндәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Йөрәк яралары һеҙҙе урап уҙһын, тормошоғоҙҙа күңелле ваҡиғалар, көлкөлө күренештәр йышыраҡ булһын! Донъяһы кәрәкте түгел, һаулығын,иманын, малын, даланын бирһен!

Автор: Марат АМИНЕВ
Читайте нас