Беренсенән, был күренештең атамаһы инде күптән иҫкергән. Боронғо замандарҙа ай тәьҫир итә тип уйлағандан ҡалған ул. Йоҡо боҙолоуҙың заманса атамаһы – сомнамбулизм, йәғни йоҡо аралаш йөрөү. Шулай уҡ “парасомния” тип тә атала, был инде йоҡо боҙолоуҙың бер нисә төрөн үҙенә берләштергән төшөнсә.
Ғалимдар һәм психиатрҙар инде әллә нисә быуат был күренеште өйрәнә һәм хәҙерге ваҡытта билдәле булыуынса, сомнамбулизм – парасомник спектрҙағы тайпылыш, кеше йоҡлағанда ниндәйҙер ғәмәлдәр ҡыла. Был, ғәҙәттә, әкрен йоҡоноң тәрән фазаһынан тулыһынса уянып етмәгән ваҡытта була һәм кешеләрҙе уяу саҡта эшләнәсәк ғәмәлдәрҙе башҡарырға мәжбүр итә. Был тайпылыш йышыраҡ балаларҙа һәм тәьҫирле, һиҙгер йәш үҫмерҙәрҙә күҙәтелә. Көн дауамында беҙгә килгән мәғлүмәт эшкәртелеп өлгөрмәй һәм йоҡо фазалары боҙолоуға килтерә. Йыш ҡына 14-15 йәштәрҙә илереү бөтә, әммә ҡайһы ваҡыта олораҡ йәштәрҙә лә ҡабат килеп сығырға мөмкин.
Фото: maxanto.ru