-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйер хәлдәр
16 Август , 16:05

Йә яуа, йә юҡ

Метеорологтар ҡасан дөрөҫ прогноз бирә алыр?

Йә яуа, йә юҡ
Йә яуа, йә юҡ

Билдәле диктор Лира Фәйзуллинаға бәйле лаҡапты яҡташтары һаман да онотмай. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәгән атаһы бесәнгә йыйына икән. “Көндәр аяҙайта, яуым-төшөм көтөлмәй” тип тора бит ана радиола эшләүсе ҡыҙы ла. Тик сабылған бесәнде күбәләргә йыйынғанда ғына көслө ямғыр башланған. “Инде ҡыҙым да алдағас, хәҙер кемгә ышанырға инде”, тип әйтә була кәйефе ҡырылған бабай. Әлбиттә, бында Лира Фәйзуллинаның бер ғәйебе лә юҡ – метеорологтар шундай мәғлүмәт биргән.

Был хәлгә инде тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала –  һаман беҙҙе “алдайҙар”. Әгәр хәтерегеҙҙә булһа, яҙҙан беҙҙе, тарихта күҙәтелмәгәнсә эҫе һәм ҡоро йәй көтә, тип ҡурҡыттылар. Тот ҡапсығыңды, бындай “ҡоро” йәйҙән хәҙер ҡоро ер ҡалманы, йылғалар яҙғылай ташты, сәскән иген, йәшелсә-емеш серей башланы. Комбайндар иген баҫыуҙарына керә алмай, ауыл халҡы һаман бесән запасы тупламаған. “Һәнәк”тең алыштырғыһыҙ рәссамы Артур Василовтың һүрәтендәге кеүек, был сабынлыҡта әллә бесән сабаһы, әллә балыҡ тотаһы, тип елкә тырнай.

Башгидромет белгесе Гөлназ Заһитованың әйтеүенсә, август айы буйынса тулы прогнозды әлегә әйтеп булмай, сөнки “ай үтмәгән әле”. Ҡыҙыҡ, 1 сентябрҙә беҙҙе авгусҡа көн торошо ҡыҙыҡһындырырмы икән – алдағыһын белге килә! Ғөмүмән, ошондай уҡ ямғырлы йәй бынан утыҙ һәм алтмыш  йыл элек булған икән.

Тышта йәнә ямғыр яуа. Ә иртәгәһен беҙҙе ни көтә: аяҙ буламы, ямғырмы? Уныһын инде Башгидромет иртәнән һуңға ентекләп һөйләр!

Автор:Марат АМИНЕВ
Читайте нас: