-Шулайын шулай ҙа, тик бындағы хоҡуҡ төҙәтеү учреждениеһында , йәғни төрмәлә ултырыусылар ҙа тормоштарына зарланмай.
- Ҡушғәле, ҡыҙыҡһың да инде, уларҙы режим буйынса ашаталар, йоҡлаталар, кейем бирәләр – романтика! Барыһы ла буш шуларға, беҙҙең пенсияға йәшәп ҡараһындар ине!
- Беләһеңме, тотҡондарға рәхәт тормошто ундағы һаҡсылар үҙҙәре тыуҙыра имеш. Ана, берәүһе уларға йәндәре теләгән аҙыҡ-түлек, телефон һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташыған, был ғына етмәгән, наркотиктар илткән сағында эләктерәләр үҙен. Күрһәткән изгелектәре өсөн 110 мең һум тирәһе аҡса алыуы ла билдәле. Байығанына ҡыуанып та өлгөрмәй, эләктерәләр үҙен. Коррупция менән булашыу бик ҡиммәткә төшкән : инспекторҙы 11 йыл да алты айға төрмәгә оҙаталар, өҫтәүенә ул бер миллион һум штраф түләргә мәжбүр буласаҡ.
- Был инспектор барыһын да оторға теләгән бит – бер юлы ике һыйыр имсәген имергә уйлаған. Дәүләттән эш хаҡы килә, тотҡондарҙан ришүәт – ярай әле ҡойроғона баҫҡандар! Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!
Ххх
- Ишғәле, һуңғы осорҙа суд эскәмйәһенә ултырған эреле-ваҡлы түрәләрҙе һанап китһәң... бик оҙон исемлек килеп сыға түгелме? Яңыраҡ Салауат ҡалаһының элекке мэрын ултыртып ҡуйҙылар, бер нисә министрлыҡтың чиновниктары ла хәҙер донъяға тимер рәшәткәләр аша баға. Ошондай түрәләр араһында һине бик ныҡ аптыратҡандары бармы?
- Ҡушғәле, бар шул. Әлеге лә баяғы Мәләүез районының элекке башлығы иҫемде китәрҙе!
- Нишләп? Әллә үҙенең эш хаҡын мохтаждарға таратып биргәнме? Бәлки, район юлдарын рәткә килтергәндер? Юғиһә, өс машинаны бөтөрҙөм шул юлдарҙан йөрөп, аҙым һайын соҡор ҙа саҡыр ине элегерәк.
- Юҡ шул. Ул әфәнде эш хаҡын үҙе генә тотонған, юлдар ҙа шул килеш емерек. Ә бына ришүәтте фатирҙар менән генә алған сос башлыҡ! Бер фирмаға төҙөлөш эштәре өсөн ер бирергә рөхсәт ҡағыҙы өсөн бер түгел, өс фатир талап иткән, улары туғандары исемендә икән. Бына хәҙер суд ҡарары менән шуның өсөн 9,5 йыл төрмәлә ултырасаҡ, өҫтәүенә 20 миллион һум штраф түләйәсәк.
- Собханалла! Коррупция менән булашыусылар хәтәр күп икән Мәләүез тарафтарында! Ришүәтте фатир менән алырға нисек башы еткән, шайтан ҡотортҡан, ахыры. Ишетмәһәң – ишет!
Мәргән Аптыраҡов.