Социологтар бының сәбәбен ғаилә хәленең, институтының йәмғиәттәге етди үҙгәрештәргә әҙер булмауынан эҙләргә кәңәш итә.Ҡатындар ҡайһы ваҡыт ирҙәренән күберәк аҡса таба, улар уңышлы хеҙмәт итә һәм һөйләшеп-килешеүгә лә оҫта. Эшкә яуаплылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.Тағы ла күпмелер ваҡыт һәм гүзәл заттың һәр йүнәлештә өҫтөнлөгөнә күнергә тура килмәгәйе. Ә был еңеүгә улар мохтажмы? Белмәйбеҙ. Сөнки, ентекләп ҡараһаң, донъяға былай ҙа улар хужа түгелме һуң? Тик ирҙәр өҫтөнлөктө ҡулдан ысҡындырыуға, йәғни сигенергә әҙер, ләкин көсһөҙ зат бындай яуаплылыҡты үҙенә алырға теләмәй икән. Ышанмайһығыҙмы? Алда беҙҙе һанлаштырыу, роботлаштырыу көтә, беҙ уның һөҙөмтәләрен күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Шулай булғас, иң башта иҫкә алынған мәҡәлдең әһәмиәтенең тамам юҡҡа сығыуы көн кеүек асыҡ.