Ниндәйҙер дошмандар Кировты үлтергәс, уға арнап шиғыр яҙған. Маҡтағандар. “Сталин үлгәс, тағы ла яҡшыраҡ яҙырмын”,тип һүҙ биргән аҡын. Атырға тура килгән. Һуңғы осор ҡаҙаҡ ерендәге хәлдәргә бәйле бер нисә шиғыр уҡылды. Белмәйем, әллә ҡәләмдәштәр алдан уҡ яҙып ҡуя инде. Аҡындың аяныслы яҙмышын иҫтә тотоп, маҡтауҙы ла, тәнҡитте лә сикләргә булдым. Ваҡиғаларҙың нисек бөткәнен белге килә бит.