+11 °С
Болотло
Шулай итеп, Рәсәй сәнғәтенең ике сағыу йондоҙо менән бәйле низағ яңы юҫыҡҡа төштө һәм күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Берәүҙәр бының сәбәбен демографияла эҙләй, йәнәһе, йәшәү рәүеше үҙгәрҙе, кешеләр оҙаҡ ғүмер итә, һаулыҡ һаҡлау торошо ла яҡшырҙы һәм башҡалар. Эйе, атайҙар һәм балалар мәсьәләһе лә ғүмерле булып сыҡты. Ошо айҡанлы ҙур ҡалалар эргәһендә өлкәндәр өсөн пансионаттарҙың күпләп ҡалҡып сығыуына һәм тармаҡтың төшөмлө бизнесҡа әйләнеүенә иғтибар итмәй булмай.Ҡарттар йортонда барыһы ла һәйбәтме, беҙ был хаҡта йондоҙҙар һүнеүгә дусар ителгәс кенә хәтергә төшөрмәйбеҙме?
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ