Магазинда акция буйынса хаҡы төшкән тауарҙарҙы үҙенә йә башҡа таныш кешегә һатылды, тип аҡса индергән. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙы кире ҡайтарған, тик акция хаҡы буйынса түгел, ә тулы хаҡ менән. Ә хаҡ айырмаһы кеҫәһендә ҡала. Һөҙөмтәлә, һатыусы тотола һәм уның 400 мең һумдан ашыу аҡса үҙләштереүе асыҡлана.
Мутлаушыусы тәүҙә “Пятерочка”ла һатыусы-кассир булып эшләгән, һуңғараҡ администратор вазифаһына күтәрелгән. Эшкә урынлашҡанда матди яуаплылыҡ тураһында килешеүгә ҡул да ҡуйған. Енәйәт ҡылған өсөн уға алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Фото: phonoteka.org