Бәйләнеш операторҙары «Дәүләт хеҙмәттәре»нә һәм «Бәйләнештә» социаль селтәренә бушлай инеү мөмкин, тип хәбәр итә. Мәҫәлән, 1 февралдән МТС операторҙары үҙҙәренең абоненттары өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтына
һәм kremlin.ru ресурсына бушлай инеү мөмкинлеге бирҙе. 23 февралдән шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәренә лә шулай инеп буласаҡ.
«Дәүләт хеҙмәттәре» сайты һәм «Бәйләнештә» социаль селтәре 2022 йылдың ғинуарынан Хөкүмәт раҫлаған социаль әһәмиәтле сайттар исемлегенә индерелгәнен беләһегеҙҙер.
Был сайттарҙы компьютер йә иһә смартфон браузерында, шулай уҡ рәсми ҡушымтала асырға кәрәк буласаҡ.
Түбәндәге карточкала бушлай интернетҡа тоташтырыу схемаһы күрһәтелгән.
https://yanshishma.com/news/t-rl-n-n/2022-02-14/bushlay-internet-ha-ynda-2692482