+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Март 2022, 14:00

Үҙебеҙҙең – “Зифа”

Стәрлетамаҡта “Башҡортостан сода компанияһының” кер йыуыу порошоктары сығарылған цехы яңынан эшләй башланы. 

Үҙебеҙҙең – “Зифа”
Үҙебеҙҙең – “Зифа”

Уҙған айҙа «Зифа» һәм «Нур» кер  йыуыу сараларын етештереү күләме өс тапҡырҙан ашып китте. Компанияла белдереүҙәренсә, етештереү ҡеүәттәре көнкүреш химияһы баҙарында килеп тыуған ихтыяжды ҡаплауға етәсәк. Етмәһә, «Эколь» продукцияһы үҙ нәҫелендә ҡулланыусыны сифаты буйынса ғына түгел, хаҡы буйынса ла ҡәнәғәтләндергән берҙән-бер продукция тиерлек.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, производствоның үҙенең сеймал базаһы бар, ә йыуыу саралары рецептураһына ингән импорт компоненттар предприятиела тиҙ арала Рәсәйҙекенә алмаштырылды. Өҫтәүенә кер йыуыу онтаҡтарының сифаты шул уҡ юғары кимәлдә ҡалған.

Етештереү күләменең артыуына бәйле компанияла балалар порошогын данлыҡлы «Tobbi Kids» маркаһын етештереүҙе тергеҙергә ҡарар иттеләр. Компания быйыл йәй үк балалар өсөн яңыртылған продукцияны баҙарға сығарырға ниәтләй.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: