-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Март 2022, 10:00

Изге кешеләрҙе Хоҙай үҙенә ала

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим ӘХМӘТЙӘНОВ дәүләт башҡорт театрының талантлы артистарынан һанала ине.

Изге кешеләрҙе Хоҙай үҙенә ала
Изге кешеләрҙе Хоҙай үҙенә ала

Сәхнәләге ролдәренән уға маһайыу тигән сифат хас түгел икәнлеге күренеп тора ине. Ине, тием, сөнки 29 март киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә автоһәләкәттә ғүмере өҙөлдө. Янында бергә барған тормош иптәше Хөснә Рафиҡ ҡыҙы ла вафат булды.

Фәим Ғәни улы Әхмәтйәнов Ишембай районының Ибрай ауылында 1964 йылдың 1 июлендә тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына нигеҙ һалынғандан алып 30 йыл буйы халҡыбыҙға хеҙмәт итте. Һәр уйнаған роле ысын күңелдән башҡарылғанға ла 2004 йылда – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, 2021 йылда  Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды.

Әрменән ҡайтҡас, Фәим Әхмәтйәнов Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. 1991 йылда актёр булып Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш башлай. Иң тәүге роле «Ғәлиәбаныу» спектаклендә Исмәғил була. Булат Рафиҡовтың «Париж башҡорто»нда – Муса, Фәтхи Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә – Ғилметдин,  Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҫылйәр»ендә – Искәндәр бай, Айҙар Хөсәйеновтың «Бәндәбикә һәм Ерәнсә сәсән» әҫәрендә – Мәмбәт тархан, Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» комедияһында – Зөлҡәрнәй, «Эх, Өфө ҡыҙҙары!»нда – Шаянғол, Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» драмаһында – Сәфәрғәле... Ә күпме уйналмаған ролдәре ҡалды...

Улы Аяздың, ҡыҙы Азалиәнең, кейәүе Айҙарҙың, ейәндәренең, туғандарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Йәне йәнәттә булһын, милләттәшебеҙҙең.

Гөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

Фото: https://vk.com/tko_sterlitamak

https://yanshishma.com/articles/yugaltyu/2022-03-30/izge-keshel-r-e-ho-ay-en-ala-2749647

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: