+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Апрель 2022, 17:00

Ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла

Тиҙҙән ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән Рәсәй водитель таныҡлыҡтарын өс йылға оҙайталар. Был хаҡта хөкүмәттең йүнәлеш комиссияһы президиумы ултырышында Михаил Мишустин белдерҙе.

Ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла
Ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтыла

Үҙгәреш 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булған таныҡлыҡтарға ҡағыла. Алыҫ Төньяҡ райондарында теркәлгән һәм хәүефле йөктәрҙе ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт өсөн диагностик карталарҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты ла бер йылға оҙайтыла.

Илебеҙҙә водитель таныҡлыҡтарын һәр 10 йыл һайын үҙгәртергә кәрәк. Бының өсөн имтихан тапшырыу талап ителмәй. Әгәр водителдең халыҡ-ара форматтағы документы бар икән, уны өс йыл һайын яңыртырға кәрәк.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: