-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2022, 16:00

Эт тормошо

Кешеләр эттәрҙе, әллә, киреһенсә, эттәр кешеләрҙе борон замандарҙа уҡ үҙҙәренә эйәләштергән икән, тигән хәбәр дөрөҫтөр ул. Юғиһә, беҙҙең ҡайһы берәүҙәребеҙ яҡшы эттәргә, ә эттәр насар кешеләргә ул тиклем дә оҡшамаҫ ине. Кешеләрҙең тәртипһеҙлеге һәм яуызлығы, ә эттәрҙең яҡшылығы һәм тоғролоғо хаҡында ниндәй генә әҫәрҙәр ижад ителмәгән. Ни хәл итәһең инде, этең дуҫ булһын, ләкин дуҫың эт булмаһын инде. Ә быйыл ике-өс көндә ирегән ҡар эттәрҙең беҙҙең тормошобоҙға шаҡтай йоғонто яһауын асып һалды, дөрөҫөрәге, фашланы.

Эт тормошо
Эт тормошо

Әгәр ҡар ирегәндән һуң газондарҙа барлыҡҡа килгән тос-тос өйөмдәр күҙегеҙгә салынһа, был ҡалала кешеләр түгел, эттәр күберәк йәшәй, тигән һығымта яһауығыҙ бик ихтимал. Юғиһә, әҙәп, тәрбиә, һуңғы сиктә таҙалыҡ яратҡан кешеләр яратҡан эттәренең артынан саҡ ҡына булһа ла йыйыштырыр ине. Юҡ, мең тапҡыр ғәфү үтенәм. Был хаҡта һөйләгем дә, яҙғым да килмәй. Мин күтәрәһе тема ла, мәшәҡәт тә түгел быныһы. Ләкин һорау борсой. Эттәрҙең артынан кемдәр йыйыштырырға тейеш һуң?

Ә сабырлығыңды йыйып, саҡ ҡына ентекләберәк ҡараһаң, эттәр беҙҙә һис тә насар йәшәмәй. Улар беҙҙән аҡыллыраҡ һәм берҙәмерәк. Бер танышым һөйләп торҙо:

– Кисә этем оҙаҡ йөрөнө, уға эйәреп мин йөрөнөм. Еңел кейенгәйнем, саҡ ҡына тамаҡ ҡыжмырлап тора, әллә температура ла бар инде. Омикрон ғына булмаһын инде.

Ә мин эттәр ҡалдырған өйөмдән кәйефем былай ҙа насар кеше:

– Ә ниңә этеңде алып сыҡҡас та, эшен бөтөртөп, йылы өйөңә алып кереп китмәйһеңме ни? – тип һораған булам, белекһеҙ.

– Тот ҡапсығыңды, эт бит ул. Нишләп ул сыҡҡас та эшен йомороларға ашыҡһын. Тәүҙә күңеле булғансы уйнай, биләмәһен тамғалай, иҫкәртеү маҡсатында бер-ике өрөп ҡуя. Мине өшөтә, йүгереп туйғас ҡына, эшемде ҡырып ҡуя. Ә былай эт бит ул, эше бөткәс тә алып кереп киткәнеңде яҡшы аңлай.

Уф, был эт аҫрау ҡалай мәшәҡәт икән? Ярай әле, беҙҙең ундай холҡобоҙ юҡ.

Бер көн телевизорҙан күрһәттеләр, хужаһыҙ ҡалған һәм берәҙәк эттәргә приют асҡандар. Эттәр хатта ҡәнәғәт, һәр береһенә бер нисә ҡалаҡ бутҡа эләгә, йылы, ветеринар һаулыҡтарын күҙәтеп тора икән. Ярай, эттәрҙең дә йәшәргә хоҡуғы бар бит. Ашатһындар, тәрбиәләһендәр. Ә мин һеҙҙең иғтибарҙы яратҡан ҡалабыҙҙың санитар-гигиена хәленә йүнәлткем килә. Әгәр эт аҫрайһың икән, уның таҙалығына иғтибарың һәм яуаплылығың булырға тейештер ул. Бына өй эргәһендә генә балалар майҙансығы. Ҡыш буйы балаларҙан күберәк, эттәр уйнаны унда. Уйындарының һөҙөмтәһен үҙегеҙ беләһегеҙ. Ләкин эт хужалары майҙанды таҙартып йөрөмәйәсәк. Ана, үлән тиртеп сыҡты, майҙан йәшелләнә бара. Уны таҙартып сығарасаҡтар, һәм тағы ла эттәр баҫып аласаҡ.

Ҡайҙалыр эт ите деликатес һанала, һәм уны ҙур байрамдарҙа ғына һуғымға тотоналар тип ишеткәйнем. Беҙҙең яҡҡа шуларҙың береһе килеп сыҡмаҫмы икән? О, беҙҙәге эттәрҙең матурлығын, һимеҙлеген күрһәгеҙ! Көлкө түгел был хәбәр. Эттәр өйөрҙәргә туплана һәм ҡала эргәләрен аҙыҡ-түлек эҙләп ҡыҙыра, тип ишетеп ҡалғайным. Хәҙер еләк, бәшмәк йыйырға сығып булырмы икән? Ә бына быныһы һис тә көлкө түгел.

Р.КИНЙӘБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: