+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель 2022, 16:00

Шифалы һыу мажараһы

“Красноусол” шифаханаһында урғылған шишмәләрҙең файҙаһы хаҡында белмәгән кеше бармы икән? Берәүҙәр шунда барып дауалана, икенселәр һауыттарҙа өйөнә ташып эсә икән. Ошо хаҡта, бәлки, белмәҫ тә инем, бер шаян ғына шоферға тура килдем. Исемен, әйҙәгеҙ, Ғәзиз тип алайыҡ, бәлки, таныусылар ҙа табылыр. Уның был мажарала бер ғәйебе лә юҡ.

Шифалы һыу мажараһы
Шифалы һыу мажараһы

Шулай бер көн Красноусолға командировкаға юлланғайным, ашығыс рәүештә Өфөгә саҡырттылар. Йәтеш тура килде. Өфөгә ыңғай машина бар икән. Хәбәрсенән тиҙерәк ҡотолорға теләнеләрме, ун минут та үтмәне, “уаз”ик килеп тә туҡтаны. Водитель мине ултыртты ла шифахана яғына ыңғайланы.

– Ҡайҙа барабыҙ? – тип һорайым водителдән.

– Хәҙер, хәҙер, – тине лә, тотҡарлыҡһыҙ инеп китеп, бер шишмә эргәһенә туҡтаны һәм багажниктан бая ғына арҡыры-буй доңғорлап йөрөгән буш феләккә ун икенсе сығанаҡтан шифалы һыу тултырып алды.

– Был тиклем һыуҙы нимә эшләтәһең? – тип һорайым.

– Хәҙер, хәҙер, – тип яуап бирҙе ул миңә.

Талбазы – Өфө юлына еткәс, тамам тынысланғандай булды, һөйләй башланы.

– Һыуҙың ҡайҙа китеүе менән ҡыҙыҡһынғайнығыҙ. Өфөнән күптәр беҙҙән һыу ташып эсә. Мин ҡойоп алған һыу байтаҡ йыйылғандыр. Аҙнаһына элек бер-ике феләктән ҡалмай торғайны. Хәҙер генә һирәгәйҙе.

– Шулай күп эсәләрме?

– Әллә эсәләр, әллә түгәләр, ҡарап тормағас, әйтә алмайым. Әгәр һөйләп йөрөмәһәгеҙ, исемемде әйтмәһәгеҙ, элек булған ваҡиғаны һөйләйем. Ҡышҡы иртә таң менән юлға сыҡтым. Начальник ҡат-ҡат киҫәтте. Ярты феләк һыуҙы Фәләнбаевҡа индереп ҡалдыраһың, тине. Түрәгә ни, ҡуша ла онота. Бөтә мәшәҡәте миңә ҡала. Бер көн таң менән ҡабаланып сығып киттек, феләк тә, һыу ҙа онотолған. Кәлсирҙе үткәс кенә, феләктең доңғорҙауынан уның буш икәнлегенә, һыу ҡойорға онотҡанымды аңланым. Нимә эшләргә? Өфөгә килеп еткәс кенә башта бер план барлыҡҡа килде. Урамдағы колонканан ярты феләк һыу тултырып алам да, өҫтөнә магазиндан һатып алып бер ус тоҙ һибәм дә ҡуям. Хәҙер таяҡ табып, һыуҙы болғатып, тоҙҙо иретергә генә ҡалды. Бер магазинға инеп көрәк һабы алып сыҡтым. Болғатҡандан һуң, хатта эсеп тә ҡараным. Ысын һыуын эсеп ҡарағаным бар ине, әлегеһенән әллә ни айырылмай һымаҡ. Өндәшмәй генә Фәләнбаевтың шоферына ҡалдырып киттем. Был сәфәрҙе киләһе аҙнаға тағы ҡабатларға тура килде.

Ике-өс аҙна үттеме-юҡмы икән, начальник дәғүә белдерә. Һинең шоферың, тине миңә Фәләнбаев, өс аҙна элек шундай һәйбәт һыу килтергәйне (минең үҙем тоҙлаған һыуҙы әйтә инде), хатта яратып эстек. Үткән аҙнала килтергәне көс-хәл менән эселә. Ул беҙҙе алдаштырып йөрөмәйме ул, тип һорай икән.

– Юҡ, мин һәр ваҡыт ун икенсе сығанаҡтан алам, – тип саҡ ышандырҙым.

Шунан һуң миңә ҡарап исемен күрһәтмәй генә яҙып ебәр, тик тегеләр танып ҡалырлыҡ булмаһын.

Бына, яҙҙым әле, бәлки, үҙен таныған кеше табылыр.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: