+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2022, 16:00

Муйыл һыуығы... Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Был мәҡәләнең яҙылыуына әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәр һәм һыуыҡтар сәбәпле булды. Эйе, һыуыҡ, сөнки беҙҙә тәбиғәт ҡырыҫ. Уның ҡарауы йәй эҫе буласаҡ һәм беҙҙе шыпа йонсотасаҡ. Һайлайыҡ, муйыл һыуығымы, әллә маябрме? Муйыл һыуығына килгәндә, иҫәпсел япондар ундай зыянлы ағасты үҫтереүебеҙгә ғәжәпләнә һәм ҡырҡып бөтөрөргә кәңәш итә икән. Бер танышым урман булып үҫкән муйыллыҡҡа ҡарап, беҙ бер ваҡытта ла мандый алмабыҙ, тип шыңшып торғайны. Ярай, етәр, беҙ юморҙы аңлағандар нисек тә һыуығын үткәрербеҙ.

Муйыл  һыуығы...  Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ
Муйыл һыуығы... Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

 Ә һеҙ беләһегеҙме, быйыл муйыл ғәләмәт үңасаҡ. Нимә иҫәбенә, тиһеҙме? Әлбиттә, ошо һыуыҡ иҫәбенә.Тап ошо көндәрҙә муйыл емешен ҡырыусы ҡорттар үрсей башлай һәм һыуыҡтан үлеп бөтә. Йыр иҫкә төштө: Һин ултыртҡан муйыл  сәскә атты быйыл.

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: