+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Май 2022, 11:32

Һуңлама, Йәй апай!

Май үтеп бара, йәйҙең ҡойроғон, ғәфү итегеҙ, яулығын да күргән юҡ әле. Борсолмағыҙ, барыһы ла план буйынса бара, болоттарҙың Урал тауҙарына эләгеп,туҡтап ҡалыуын иҫәпкә алмағанда. Урал  аръяғы ике-өс йыл инде бындай ямғырҙы күргәне юҡ. Аллаһтың ҡөҙрәте киң, бурыслы ҡалмаҫ, шифалы ямғырын тамсыһына тиклем ҡайтарыр. Ана, көндәр аҙ ғына йылы күргәйне, бар донъя йәшелгә күмелде лә ҡуйҙы. Ҡарлуғастар кисә иртән күренә башланы. Асыҡҡандар, арығандар, ә бында берәү ҙә көтмәй, өҫтәлдәр буш. Етмәһә, кемдер быйыл  швед өҫтәле булмай икән, тип фейклаған.

Һуңлама, Йәй апай!
Һуңлама, Йәй апай!

Кеше нимә генә һөйләмәҫ.Ҡарлуғастарға ла әйтегеҙ, улар яратҡан әкәм-төкәм һәм бөжәктең ниндәйе генә юҡ. Кетерләп торғаны ла, ҡалаҡлап һатылғаны ла донъя тулы. Бына-бына йылытып ебәрер, ҡәҙерен генә беләйек.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: