+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Май 2022, 14:00

Йәш уҡытыусылар 690 мең һум грант алыу мөмкинлегенә эйә

2022 йылда Башҡортостанда ауыл мәктәптәрендә эшләп йөрөүсе йәш уҡытыусыларға 690 мең һумлыҡ 25 грант бүлеү ҡаралған. 1 июндән грант бәйгеһенә документтар ҡабул ителә башлай, ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк.

Йәш уҡытыусылар 690 мең һум грант алыу мөмкинлегенә эйә
Йәш уҡытыусылар 690 мең һум грант алыу мөмкинлегенә эйә

Бәйгелә халҡы 15 меңдән артмаған ауыл биләмәһенең дөйөм белем биреү ойошмаларына эшкә урынлашҡан 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша. Бынан тыш, уларҙың йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа тейеш. Әлегә тиклем ошондай грант алған уҡытыусылар конкурста ҡатнаша алмай.

Документтар Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 адресы буйынса ҡабул ителә.

Бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында алырға мөмкин.

 Фото : test.ktv-ray.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: