+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2022, 16:00

Бер ҡатлылар һабағы

Мутлашыусылар раҫлауынса, Өфөлә йәшәүсе 62 йәшлек ханымды аҡса тота белмәүҙә ғәйепләп булмай. Юғиһә 6 миллион һумдан ашыу аҡса уға ҡайҙан килеп инер ине.? Ер ҡаҙмаған,таш ватмаған, әммә йыйған һәм банкта артып ята, тип уйлаған. Мут кешеләр был хаҡта ҡайҙан белгәндер, һәр хәлдә байлығына янаған ҡурҡыныс хаҡында шылтыратҡандар һәм миллиондарын ҡотҡарырға тәҡдим иткәндәр. Ханым ҡушҡанды теүәл үтәгән һәм бер нисә минут эсендә миллионерҙан ябай өфөлөгә әүерелгән. Полиция тырышып эҙләй,ләкин муттарҙың эләгеүе бик шикле.

Бер ҡатлылар һабағы
Бер ҡатлылар һабағы

Мутлашыусылар раҫлауынса, Өфөлә йәшәүсе 62 йәшлек ханымды аҡса тота белмәүҙә ғәйепләп булмай. Юғиһә 6 миллион һумдан ашыу аҡса уға ҡайҙан килеп инер ине.? Ер ҡаҙмаған,таш ватмаған, әммә йыйған һәм банкта артып ята, тип уйлаған. Мут кешеләр был хаҡта ҡайҙан белгәндер, һәр хәлдә байлығына янаған ҡурҡыныс хаҡында шылтыратҡандар һәм миллиондарын ҡотҡарырға тәҡдим иткәндәр. Ханым ҡушҡанды теүәл үтәгән һәм бер нисә минут эсендә миллионерҙан ябай өфөлөгә әүерелгән.

Полиция тырышып эҙләй,ләкин муттарҙың эләгеүе бик шикле.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: