+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Июнь 2022, 11:00

Яуа ла яуа, эй, ямғыр

Был аҙна Башҡортостанда һалҡынса һәм ямғырлы була. 6-12 июндә республиканың үҙәк райондарында көслө ямғырҙар яуыуы көтөлә.

Яуа ла яуа, эй, ямғыр
Яуа ла яуа, эй, ямғыр

Көндөҙ +11-22 градус, төндә +10-13 градус йылы була. Көслө ҡойма ямғырҙар ваҡытында елдең секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.

Быйыл майҙа Башҡортостанда көслө ямғырҙар яуҙы, шул арала бихисап райондарҙа яуым-төшөмдөң бер нисә айлыҡ нормаһы теркәлде, был иһә йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүенә килтерҙе. Июндең тәүге яртыһында ла республикала һалҡын һәм дымлы һауа торошо һаҡланасаҡ.

Фото: yandex.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: