+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июнь 2022, 16:00

НИМӘ ӨСӨН КӨРӘШӘБЕҘ?

 Бынан утыҙ йылдар элек Англияның шул осорҙағы хөкүмәте башлығы Маргарет Тэтчер ханым, Рәсәй һымаҡ ҙур, ләкин халҡы аҙ дәүләткә күпселек энергия ресурстарына хужа булыу ғәҙел түгел, улар бүлешергә тейеш, ә нефть һәм газды ташыу менән ун- ун ике миллион кеше шөғөлләнһә, еткән, тип шаҡ ҡатырғайны. Мине  яғыулыҡты тартып алыу мәсьәләһе түгел, ә ҡалған 130 миллион  рәсәйле нимә менән шөғөлләнеренә тейешлеген әйтмәүе аптыратҡайны. Ошо һорауға яуап эҙләгәндә "Атайҙар тере булһа" , " Атай, һуғыш әле бөтмәгән" исемле мәҡәләләр яҙылды, һәм "Башҡортостан" гәзитендә донъя күрҙе. Беҙ ҡанлы һуғыштан һуң тыуған быуын балалары атайҙарыбыҙҙың яраларын һыйпап, ыңғырашып  ултырғандарын күреп үҫтек, һуғыш бөтмәгән, дошман киләсәк, тип күберәк атыш, йә ҡылыс уйнаныҡ.

НИМӘ ӨСӨН КӨРӘШӘБЕҘ?
НИМӘ ӨСӨН КӨРӘШӘБЕҘ?

Иң ҡеүәтле ил таралып, Рәсәйҙә байлыҡ бүлешкән арала фәҡирҙәр ишәйҙе, ә кисәге дуҫтар аяуһыҙ дошманға әүерелеп, беҙҙе кәмһетә,үҙҙәрен фашизмдан азат итеүсе ҡорбандарҙың һәйкәлдәрен емерә, туғандар ҡәберлектәрен мәсхәрәләй башланы. Мостай Кәрим был хаҡта, Европа ҡартайҙы, хәтере насарланды,үҙен кем азат итеүен онотто,тип киҫәткәйне. Европа ҡартайып ҡына ҡалманы , ҡомһоҙ һәм игелекһеҙ йыртҡысҡа әйләнде. Юғиһә, беҙҙең газ менән йылыныуҙарын,беҙ етештергән яғыулыҡ ярҙамында автомобилдәрен йөрөтөүҙәрен , ә беҙгә төрлө санкциялар иғлан итеүҙәрен нисек аңлатырға. Бындай ике йөҙлө сәйәсәткә аҡлау юҡ.

 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: