+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июнь 2022, 17:00

Алтын биҙәүестәр кемдәргә ярамай?

Дөрөҫтөрмө-юҡтырмы, астрологтар йондоҙнамәнең ике билдәһе аҫтында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн алтын уңышһыҙлыҡтар, бәхетһеҙлектәр килтерә, тип әйткән. Кемдәр икән был исемлектә?

Алтын биҙәүестәр кемдәргә ярамай?
Алтын биҙәүестәр кемдәргә ярамай?

Улар – Һыуғояр һәм Балыҡ. Был ике билдә лә үҙҙәренән сыҡҡан энергия ағымын тыя алмай, ә алтын даими энергия “һурып” тороусы металл. Тимәк, Һыуғояр менән Балыҡ, үҙ энергияларын туҡтауһыҙ алтынға биреп, йәшәү көстәрен тамам юғалтыуы ихтимал.

Был әкиәткә оҡшаған, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, тип ышандыра астрологтар. Бында алтын йөҙөк кейеү менән һушты юғалтып йығылыу тураһында һүҙ бармай. Энергия әкренләп, һиҙҙермәйсә генә сыға бара. Кеше еңелсә генә арыу тойғоһо, һалҡын тейеү билдәләре, йоҡоһоҙлоҡ кисерә. Һуңғараҡ уңышһыҙлыҡтар осрай башларға мөмкин. Бер кем дә сәбәп алтында тип уйламай.

Һыуғояр менән Балыҡҡа нимә эшләргә һуң? Күп ҡатын-ҡыҙҙар алтын биҙәүестәрһеҙ йәшәй алмай кеүек бит. Бынан сығыу юлы бар! Эште таштар төҙәтә ала  икән! Алтын биҙәүестәге таш металлдың негатив йоғонтоһон нейтралләштерә. Астрология белгестәре Һыуғоярҙарға – аметист, ә Балыҡтарға ынйы ташын һайларға кәңәш итә. Бына шулай ҙа була, дуҫтар!

Фото: happy-diamonds.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: