+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Август 2022, 14:00

Хаҡтар йәнә артты

Башҡортостанда ҡала яны автобустарында юл йөрөү хаҡы артты. Ошо хаҡта мәғлүмәт «Башавтотранс» сайтында баҫылған.

Хаҡтар йәнә артты
Хаҡтар йәнә артты

Хаҡтар үҙгәрешенә Өфөлә (110/110с, 101, 109, 111/111к, 113/113к, 122, 123, 124, 125, 164/164т һәм башҡа), шулай уҡ Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Красноусол, Мәсәғүт, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Туймазы маршруттарына ҡағылды.

Мәҫәлән, элек ВАЗ автоүҙәгенән баш ҡала аэропортына тиклем юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә - 65 һумға, «Алға» картаһы буйынса 54 һумға төшә ине, ә хәҙер ҡала мәҙәниәт һарайынан Таптыковҡа тиклем 97 һәм 81 һумға барып етергә мөмкин. Хаҡтар үҙгәргән автобустарҙың тулы исемлеге ошо һылтанма https://bashauto.ru/news/308/  буйынса урынлашҡан.

                                                                                                                          

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: