+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Август 2022, 12:00

Фотолар тарихы

1802 йылда инглиз уйлап табыусыһы Томас Веджвуд һәм химик Гемфри Дэви һүрәттәрен теркәргә теләк белдергән.

Фотолар тарихы
Фотолар тарихы

Улар көмөш тоҙҙар ярҙамында фотограмма ала алған, ләкин һүрәтте нисек итеп нығытырға белмәгән. 18 йылдан француз уйлап табыусыһы Жозеф Нисефор Ньепс яҡтылыҡҡа һиҙгер матдә – асфальт лагы ярҙамында камера-обскурала (объекттарҙың оптик һүрәтен алырға мөмкинлек биргән ҡорамалдың ябай төрө) һүрәтте нығытып ҡарай. Был процесс "гелиография" тип атала (грек һүҙенән "яҡтылыҡ менән төшөрөлгән"). Тағы алты йылдан һуң ул яҡтылыҡ нуры ярҙамында гравюра күсермәһен эшләй, шул рәүешле репродукцион техникаға башланғыс һала.

Шул уҡ йылда Ньепс күрше биналарҙың ҡыйығына оҫтаханаһы тәҙрәһенән камера-обскураны йүнәлтеп, тоноҡ,  әммә беркетелгән һүрәт эшләй ала. Фотола бер нәмә асыҡ күренмәһә лә, уның абруйы һүрәтләүҙә түгел, ә төшөрөү менән экранда сығыуында була. Шулай итеп, уның фотоһы донъяла тәүгеләрҙән булып бөтә кешелектең абсолют ҡаҙанышы була.

Ә Бөтә донъя фотолар көнө 19 августа билдәләнә. Был көндө 1839 йылда француз властары дегеротипты (тәүге техник йәһәттән әҙерләнгән фотоһүрәт) уйлап табыуҙы "тыныслыҡҡа бүләк" тип атаған. Ошонан һуң был алым халыҡҡа тарала. Ә  байрамды 2009 йылдан алып Австралия фотографы Корск АРА башланғысы менән билдәләй башлайҙар.

Фото: collageonline.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: