+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2022, 10:00

“Техосмотр”ҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?

1 cентябрҙән тикшереүселәр машина йөрөтөүсенән аптечка, янғын һүндергес һәм авария мәлендә ҡуйыла торған юл билдәһе булыуҙы талап итмәйәсәк.

“Техосмотр”ҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?
“Техосмотр”ҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?

Әммә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса, техник яҡтан тикшереү өсөн мәжбүри булмаған барлыҡ йыһаздар ҙа машинала булырға тейеш.

Белгестәр белдереүенсә, юл хәрәкәте именлегенә йоғонтоһо юҡ дәрәжәһендә булған төҙөкһөҙлөктәр техник яҡтан тикшереү ҡағиҙәләренән төшөрөп ҡалдырылған. Тик, шәхси автотранспортҡа техник ҡарау үткәреү туҡталыуға ҡарамаҫтан, төҙөк булмаған автомобилдә йөрөргә ярамай.

Фото: plus.moe-online.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: