+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2022, 15:00

Яңы карта – “Алға, Башҡортостан”

Республикала сыҡҡан яңы карта “Мир” түләү системаһы нигеҙендә булдырыла, ул беҙҙә ғәмәлдә булған бөтә социаль карталарҙың функцияһын берләштерә.

Яңы карта – “Алға, Башҡортостан”
Яңы карта – “Алға, Башҡортостан”

Мәҫәлән, “Алға” берҙәм транспорт картаһы, Уҡыусы картаһы, Башҡортостандың социаль картаһы, Корпоратив транспорт картаһы, Социаль юл йөрөү билеты, шул иҫәптән етем балалар өсөн. Әгәр кешегә транспорт картаһы кәрәк икән, ул шуны ғына ҡулланыуы мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәрен, социаль ярҙам сараларын, медицина ярҙамын, белем биреү учреждениеларына үтеү һәм хатта электрон ҡултамға алғанда идентификатор итеп ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

“Алға, Башҡортостан” картаһын банктарҙа һәм күп функциялы үҙәктәрҙә алырға була. Шулай уҡ Рәсәй почтаһы менән һөйләшеү алып барыла. Картаны һатып алғанда паспорт, СНИЛС талап ителә.

“Йәшлек” гәзитенән.          

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: