-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Октябрь 2022, 10:07

Кәзә һөтө (булған хәл)

Студентым өлкәнерәк йәштәге бер ағай булып сыҡты, “Юриспруденция” бүлегендә уҡый икән. Юл ыңғайында үҙенең полицияла эшләүен, ниндәйҙер бүлек начальнигы икәнлеген, сессияға ебәрмәүҙәре сәбәпле минең дәрестәргә йөрөй алмауын һөйләп алды. Имтихан-зачеттар тапшырыу өсөн бөтөнләй генә лә ваҡыты булмауына зарланды. Әһә, мин әйтәм, “автомат” ҡына алмаҡсы! (Ситтән тороп уҡыған начальниктарҙың “фишкаһы” J). Аҙаҡ ғаилә хәлдәренә күсеп китте, ике ул тәрбиәләйҙәр икән… Әһә, мин әйтәм, йәлләтергә тырыша! (Бөтә студенттарҙың “фишкаһы” J).

Кәзә һөтө (булған хәл)
Кәзә һөтө (булған хәл)
Мәҡәл-әйтемдәр – ата-бабаларыбыҙҙың донъяға ҡарашын, тормош фәлсәфәһен, тәжрибәһен сағылдырған аманат ул. Кешеләрҙең әйткәндәрен мәҡәл менән нығытып ҡуйыуҙарын, тапҡыр әйтем ҡулланып аралашыуҙарын ихтирам итәм. Үҙем дә, уңайы сыҡҡанда, ҡулланырға тырышам. Шул белермәнлегем арҡаһында уңайһыҙ хәлдә лә ҡалғылағаным булды. Хәйер, “уйламай әйткән – ауырымай үлгән” тигәнгә күберәк тап килде шикелле ул хәл:
 
Юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡытып йөрөлә. Көндөҙгө бүлектә генә түгел, ситтән тороп уҡыусылар өсөн дә дәрестәр алып барам. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ төрлө факультеттарҙа, төрлө бүлектәрҙә уҡытам.
 
Сессия инде тамамланып бара. Бер студентым бәйләнешкә сыҡты, минең фәндән “ҡойроҡ” ҡалған икән. Иртәге көнгә ваҡыт билдәләйем, теге бөгөн үк кәрәк тип ныҡыша. Ярай, мин әйтәм, икенсе корпусҡа отчетымды тапшырға барам, шунда эштәрен ҡарап сығырмын. Был мине машина менән килеп алырға ҡарар итте, йәнәһе, тиҙерәк тә булыр, миңә лә уңайлыҡтар тыуҙыра.
 
Ашыҡмай ғына ҡала буйлап икенсе корпусҡа юл тотабыҙ. Һәр светофор эргәһендә “тәртипле” генә туҡтай-туҡтай киләбеҙ.
 
Студентым өлкәнерәк йәштәге бер ағай булып сыҡты, “Юриспруденция” бүлегендә уҡый икән. Юл ыңғайында үҙенең полицияла эшләүен, ниндәйҙер бүлек начальнигы икәнлеген, сессияға ебәрмәүҙәре сәбәпле минең дәрестәргә йөрөй алмауын һөйләп алды. Имтихан-зачеттар тапшырыу өсөн бөтөнләй генә лә ваҡыты булмауына зарланды. Әһә, мин әйтәм, “автомат” ҡына алмаҡсы! (Ситтән тороп уҡыған начальниктарҙың “фишкаһы” J). Аҙаҡ ғаилә хәлдәренә күсеп китте, ике ул тәрбиәләйҙәр икән… Әһә, мин әйтәм, йәлләтергә тырыша! (Бөтә студенттарҙың “фишкаһы” J).
 
– Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек “уҡытыусылар” бит инде, — тип дауам итте һүҙен студентым, — бер үк эш башҡарабыҙ. Кешеләрҙе тәрбиәләйбеҙ! Хеҙмәтебеҙҙең ауырлығы?! Эшләмәгән кеше генә белмәй. Кеше тәрбиәләү – иң ауыр эш ул! Кеше бит машина түгел, бер-ике шөрөптө әйләндереү генә етмәй. Йылдар китә быға.
 
Ағайҙың был һүҙҙәре менән килешмәй булмай. Хеҙмәтемде күргән кеше табылғас ни, бер сама күңелем тулып киткәндәй булды.
 
— Балалар баҡсаһынан башлана, унан мәктәп, артабан инде һеҙҙең ҡулға киләләр, әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү аша тәрбиәләйһегеҙ уларҙы.
 
Был ялҡынлы телмәрҙән һуң мин “автомат” та ҡуйып ебәрергә риза инем инде.
 
— Ә ҡалғандарын, юлдан тайпылғандарын, эске эштәр органдары, милиция, полиция булһынмы — тәрбиәләйбеҙ, кире тура юлға сығарабыҙ… Һеҙҙең менән бер эш башҡарабыҙ килеп сыға түгелме? Беҙ бит коллегалар! – тип үк ебәрҙе.
 
Ысынлап та шулай түгелме һуң, тип уйланам. Йә, нисек итеп “бер йөк һөйрәгән коллегаңдан” хәҙер һорау алып ултырмаҡ кәрәк?!
 
— Күп осраҡта, нисек кенә тырышма, кешене “төҙәтеп” булмай бит. Әсәй кеше бишектән бирә алмаған тәрбиәне беҙ нисек һеңдерергә тейеш һуң?
 
Хаҡ һүҙҙәр. Мин матур әңгәмәбеҙгә тағы ла олпатлыраҡ төҫ бирәм йәнәһе лә: “Эй, ҡуйһағыҙсы! Әсә һөтө менән инмәгән, кәзә һөтө менән инмәй инде ул!” Машина ҡапыл туҡтаны, студентым күркә кеүек ҡабарынды, күҙҙәре аларҙы, йөҙө ҡыҙарҙы:
 
— Уҡытыусы бит әле! Телләшә! Кеше кәмһетеп! Күрһәтермен мин һеҙгә “кәзәне”! — тип әрләй-һүгә автомобиленән төшөрөп ҡалдырмаһынмы.
 
Машина күҙҙән юғалғас ҡына әйткәндәрем башыма барып етте. Тапҡыр мәҡәлде лә урынын белеп, артын-алдын уйлап ҡулланарға кәрәклеге йәнә иҫкә төштө.
 
 

Г. СӘМЕРХАНОВА.

Автор:
Читайте нас: