+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2022, 09:56

Кер

Йәш килене йылғанан кер сайҡап ҡайтҡас, ҡәйнәһе ҡараған да:   – Юҡ әле, килен, кереңдең кере китмәгән, бар, тағы ла барып сайҡап ҡайт! – тигән. Килен ҡайтанан йылға буйына төшөп киткән дә керен тағы бер тапҡыр сайҡаған.

Кер
Кер
Кер
 
Йәш килене йылғанан кер сайҡап ҡайтҡас, ҡәйнәһе ҡараған да:
 
– Юҡ әле, килен, кереңдең кере китмәгән, бар, тағы ла барып сайҡап ҡайт! – тигән. Килен ҡайтанан йылға буйына төшөп киткән дә керен тағы бер тапҡыр сайҡаған.
 
– Юҡ әле, кереңдең кере китмәгән, – ти икән ҡәйнәһе тағы. – Бар, эшеңде эш итмәйенсә, ҡайтма!
Шулай итеп, ҡәйнә киленен тағы ебәрә. Дүртенсе тапҡыр барыуында, килен аптырап, йылға буйында бер аҙ торған-торған да аяғындағы ҡатаһының бысрағын да йыуып алған. Шунан тағы ҡайтҡан. Был юлы ҡәйнәһе йылмайып ҡаршы алған, керҙе ҡарап та тормайынса:
 
– Инде кере ҡалмаған, – тигән.
 
 
 
Зирәк килен

Бер ҡәйнә йәш килененә:
 
– Килен, мин ҡайтыуға ҡойҡа бешереп тор, – тип ауылсыларға сығып китә. Килен аптырап ҡала: «Ҡойҡаға тоҙ һалалармы, юҡмы икән?» – тип уйлай. Күршеләренән
 һорарға ояла. «Бешергән ашым тәмһеҙ булһа, ҡәйнәм әрләр», – тип тә уйлай.
 
Бер талай үткәс, килен тышҡа сыға ла урамдағы кешеләрҙе ҡарап тора башлай. Шул саҡ сайҡала-сайҡала урамдан бер ҡарт бабай китеп барғанын күрә. Йәш килен:
 
– Бабай, тоҙһоҙ ҡойҡа кеүек, ниңә ул тиклем сайҡалаһың? – тине, ти, тегегә. Был һүҙҙе ишеткәс, ҡарт кеше:
 
– Эй ҡыҙым, ҡыҙым, ҡойҡа тоҙһоҙ буламы ни?! – тип көлгән.
Йәш килен, эсенән генә был ҡартҡа рәхмәт әйтеп, ҡәйнәһенең ҡайтыуына ҡойҡаны тәмле итеп бешереп ҡуйған.
 
Автор:
Читайте нас: