+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Октябрь 2022, 10:17

АЙЫРМА ҘУР ТҮГЕЛ

Бер хаким ҡурҡыныс төш күрә, йәнәһе лә, уның бер-бер артлы бөтә тештәре ҡойолоп төшә. Ул, хафаланып, тиҙ арала төш юраусыһын саҡыртып ала.

АЙЫРМА ҘУР ТҮГЕЛ
АЙЫРМА ҘУР ТҮГЕЛ

Бер хаким ҡурҡыныс төш күрә, йәнәһе лә, уның бер-бер артлы бөтә тештәре ҡойолоп төшә. Ул, хафаланып, тиҙ арала төш юраусыһын саҡыртып ала. Теге уны ҡайғырып тыңлай һәм былай ти:

— Әмирем, мин һеҙгә ҡайғылы хәбәр еткерергә тейешмен. Бер артлы бөтә туғандарығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ.

Был һүҙҙәр хакимда асыу уята. Меҫкен төш юраусыны ҡараңғы зинданға ташларға һәм икенсеһен төш юраусыны саҡырырға бойора. Быныһы инде ошолай юрай:

— Мин һеҙгә һөйөнөслө хәбәр еткерә алыуыма сикһеҙ бәхетлемен — һеҙ бөтә туғандарығыҙҙан оҙағыраҡ йәшәйәсәкһегеҙ.

Хаким сикһеҙ шат була һәм төш юраусыны йомарт бүләкләй. Батша һарайындағылар аптырашта ҡала һәм:

— Һин дә хакимға тәүге юраусы әйткәндәрҙе еткерҙең бит. Ниңә һуң ул яза алды, ә һин — бүләкләндең? — тип һорау яуҙыра башлай.

Яуап ябай була:

— Эйе, беҙ икебеҙ ҙә төштө дөрөҫ юраныҡ. Әммә эш ни әйтеүҙә түгел бит, ә нисек әйтеүҙә...

Автор:
Читайте нас: