+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Октябрь 2022, 15:22

“Тәүге ҡатыны булам”

Нисек яҙыусы булырға белмәгән берәүҙең китабы сыға. Тиражы — 500 дана. Көндәрҙең береһендә әҙип ишараты нәшриәткә ярһып килеп инә.

“Тәүге ҡатыны булам”
“Тәүге ҡатыны булам”

Әҙиптәр хаҡында мәҙәктәр

Кем алһын!

Нисек яҙыусы булырға белмәгән берәүҙең китабы сыға. Тиражы — 500 дана. Көндәрҙең береһендә әҙип ишараты нәшриәткә ярһып килеп инә.
— Ни өсөн һеҙ һатыуға 200 китабымды ҡуйҙығыҙ? Башҡаларҙыҡын бер ҙә улай итмәйһегеҙ! Әллә кемдең 50 данаһын ғына сауҙаға сығарғандар, тип һөйләйҙәр. Ҡалғанын вис китапханаларға оҙатҡандар.
— Аңламайым! Бының ниндәй зарары бар һуң?
— Ни эшләп булмаһын, ти?! Ул сама китапты кем алып бөтһөн?!

Китап өсөн —зачет

Берәүҙең романы донъя күрә. Әҙәбиәт һөйөүселәр, тәнҡитселәр уны хушһынмаһа ла, ғәжәп, студенттар ябырылып ала. Китаптың хаҡы ла уларҙың кеҫәһенә арыу ғына һуға. Һатыусы:
— Шул тиклем яҡшы китапмы ни? — тип ҡыҙыҡһына. Йәштәр:
— Ҡыҙыҡ булмаһа ла алаһың инде! Уҡытыусыбыҙ — авторының әхирәте, шуға ошо китапты күрһәтмәйенсә зачет ҡуймай, — тип яуаплай.
Бер нисә көндән телевизорҙа романдың авторы менән әңгәмә була. Әҙип магазинда китабының бик аҙ ҡалыуы хаҡында ғорурланып һөйләй.

“Тәүге ҡатыны булам”

Ҡалала әҙәби осрашыу бара. Сараны алып барған ханым яҙыусыға һүҙ бирер алдынан уның хаҡында мәғлүмәт бирә.
— Ул һәйбәт яҙыусы, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора...
Шул саҡ тамашасылар араһынан берәү тороп баҫа ла:
— Уй, шаштыраһығыҙ, уй, алдайһығыҙ, — ти. — Мин уны һеҙҙән яҡшыраҡ беләм.
Быны көтмәгән ханым баҙап ҡала:
— Ҡайҙан беләһегеҙ?
— Нисек белмәйем, ти, мин — уның тәүге ҡатыны

Автор:
Читайте нас: