+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Октябрь 2022, 16:48

Химик атака

Элек бер осор колорадо ҡуңыҙына дарыу таба алмайынса яфа сигә инек. Дарыуын тапһаң, һиптерергә бер нәмә юҡ, һепертке бәйләп, биҙрәгә манып һибеп йөрөй торғайныҡ.

Химик атака
Химик атака

Элек бер осор колорадо ҡуңыҙына дарыу таба алмайынса яфа сигә инек. Дарыуын тапһаң, һиптерергә бер нәмә юҡ, һепертке бәйләп, биҙрәгә манып һибеп йөрөй торғайныҡ. Хәҙер нин­дәйе генә юҡ, һиптер ҙә һиптер.
Бер ағай бына шул юҡлыҡ заманында дарыуын да, һиптергесен дә табып алып ҡайтҡан. Кинәнеп баҡсаһын эш­кәртеп сыҡҡан был. Бәй, баҡса эшкәртелеп бөткән, ә дарыуҙың яртыһы тороп ҡалған... 
– Артып ҡалһа, киләһе йылға тиклем боҙола, – тинеләр һатҡан ерҙә... 
Туҡта, ҡатын, тауыҡтар бетләгән, ти ине, был дарыу уларға ла баралыр ул, барыбер шул бөжәк инде, тип уйлаған хужа. Тауыҡ кетәгенә инеп, химик эшкәртеү үткәрергә тотона был. Ояла баҫып ултырған ҡаҙға ла эләгә химик атака. 
– Бына хәҙер яҡын килеп ҡараһын беттәр минең ҡош-ҡортҡа! Дарыу ҙа исраф булманы, аҡса емеше бит, файҙаға китте! 
Хужа шулай тигән дә, эшен бөтөрөп, өйгә инеп киткән.
Иртәгәһен сығып, баҡсаһын ҡараған – тәртип, ҡуңыҙҙар тәгәрәшеп ята, ти. Тауыҡ кетәгенә инһә – тауыҡтар ҙа теҙелешеп үлеп ята икән... Ҡаҙ ғына нисек ултырған шулай ултыра. хет, быныһы ҡалған, тип төртөп ҡараһа, уныһы ла нисек ултырған, шул килеш ҡатҡан.

Автор:
Читайте нас: