-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2022, 15:12

“Шағир көндәлеге”

Киноны ҡарап ултырҙым һәм үҙемдең тормошомдо ла параллель үткәреп ултырҙым. Рәми Ғарипов менән сағышыу йәки... бер ниндәй ҙә сәбәптән түгел, бары ижад юлын һайлауҙағы ҡаршылыҡтар тураһында уйландым.

“Шағир көндәлеге”
“Шағир көндәлеге”

“Шағир көндәлеге”н барып ҡараным. Ике тапҡыр. Беренсеһендә тойғандарымдың ысынлығын дәлилләү өсөн ҡабаттан барҙым.
Был фильмды әле башҡорт йәмғиәте һүҙ менән тикшереп-һөйләп ята, әммә үҙ фекере аша анализлап яҙғандар юҡ шикелле. Һәр хәлдә мин әле аңғарманым.

“Шағир көндәлеге”ндә мин иң беренсе сиратта кешене күрҙем. Кешенең үҙе булып формалашыу процесын. Рәми осрағында шағир булып. Ул бында үҙ юлын һайланы. Эсендәге көслө көрәш, тышҡы факторҙар ҡаршылығы, “быть или не быть” тигән үлсәү аша үтеп, ул, булмышы менән гармония таба алды.

Мин әҫәрҙән флаг тотоп урамға сыҡҡан, ялҡынланып шиғыр уҡыған, ниндәйҙер идеяларҙы яҡлап сығыш яһаған Рәмине эҙләмәнем. Был эштәрҙе башҡарғанда ул инде өлгөрөп еткән шәхес, революционер, шағир булған һәм массаны ла артынан эйәртә алған. Миңә уның ижадсы булыу өсөн ниндәй юл үтеп килеүе ҡыҙығыраҡ ине.

Киноны ҡарап ултырҙым һәм үҙемдең тормошомдо ла параллель үткәреп ултырҙым. Рәми Ғарипов менән сағышыу йәки... бер ниндәй ҙә сәбәптән түгел, бары ижад юлын һайлауҙағы ҡаршылыҡтар тураһында уйландым. Бында геройға шағир улып ҡалыу өсөн әллә ни төрлө ҡорбандар бирергә тура килә. Һәм мин был ваҡиғаларҙы үҙемдә лә күрҙем. Эйе, уныҡы кеүек үк трагик һәм драматик уҡ түгелдер, әммә минең дә үҙ трагедияларым һәм ҡорбандарым булды. Режиссер ҙа, моғайын, шағирҙың кисерештәренә үҙенекен ҡушҡандыр һәм уны үҙ күҙлеге, үҙ аңы, үҙ кимәле аша үткәргәндер бит инде. Беҙҙең һәр геройыбыҙҙа ла бер өлөшөбөҙ ята барыбер.

Геройҙың атаһы һуғышта ҡалды... Әсәһе, ҡатыны, юғалтҡан ҡыҙы, коллегалары, редакторы менән мөнәсәбәте – былар барыһы ла уның намыҫын талаусы факторҙар. Ул шуларҙан бер нисек тә азат була алмай. Ир кешегә ҡатынын кейендерә, балаһын ашата, ғаиләһен өйлө итә алмау трагедия ул. Был һәләттең ер закондары, йәмғиәт ҡанундары, кешеләр уйлап тапҡан ҡалыптар менән риза булмауы. Герой артҡа ла сигенә – ауылына ҡайтып китә. Тик унда ла ул үҙ-үҙенән, булмышының шағирлығынан ҡотола алмай. Һәм уға ҡабаттан баш ҡалаға килеп үҙ бейеклеген алырға тура килә. Кинола ул үҙ бейеклеген ала! Һәм тамашасыға һорау ҡуйғандай була. Бына, һин, йөрәгең нимә теләгәнде таптыңмы? Үҙ бейеклегеңде алдыңмы? Әллә һаман кеше артынан эйәрәһеңме? Һиңә лидер кәрәкме? Башҡалар тапаған юлдан үрмәләйһеңме?

Фильмдан беҙгә бөгөнгө даны менән тәьҫир иткән Рәмине эҙләргә кәрәкмәй. Рәми Ғариповтың бөйөк булып киткән дәүере түгел бында. Үрҙә әйткәнемсә, уның шағир булырғамы – булмаҫҡамы, тигән уй эсендә өҙгөләнгән осоро. Трилогияның “Беренсе Республика”, “Бабич” өлөштәрендә башҡорттоң шәхесе, мәҙәниәте формалашһа, был бүлегендә уның цивилизацияһы күҙ алдына баҫты. Рәми тотош милләттең цивилизаторы булараҡ сығыш яһаны.
Эйе, фильмды тәнҡитләргә лә була. Һәм күптәр шулай итә лә. Һәр кемдең үҙ мәйеле, әлбиттә. Әммә нисек булғанда ла былар беҙҙең шәхестәр: беҙҙең Рәми, беҙҙең Йосопов, беҙҙең актерҙар һәм тарих. Улар беҙҙең милли күренеш, милли байлыҡ, милли дан. Башҡа бер икенсе халыҡ та уларҙы күрмәйәсәк һәм күтәрмәйәсәк. Шуны онотмаһаҡ ине.

 

Миляуша Кагарманова

Автор:
Читайте нас: