+1 °С
Болотло
Индийский кино килгән,
Рәшит китергә йөрөй.
Саң томандай сабып килә
Күрше Мөҙәрис ағай.
Койк(а)аҫтына инә һалып
Ҡасып ҡотолмай булмаҫ.
Оҙон-оҙаҡ тәбәрәккә
Төшһә, һис бер туҡтамаҫ.
Инһә, теңкә ҡорота ла,
Мине хәҙер һуңлата.
Тауышланмай шып-шым ғына
Рәшит йәшенеп ята.
Йүгереп килеп койк(а) аҫтына
Инеп китте күршеһе.
Арҡаға арҡа терәшеп
Яталар тей икеһе.
-Рәшит ҡусты, был ней аҙап
Ниңә бында ятаһың?
-Инһәң, киноға һуңлатаң,
Һинән ҡасып ятамын.
-Ә һин нишләп килеп инеп
Минең янда ятаһың?
-Үрҙән килгән Мостафанан
Ҡасып бында ятамын.
Мөнирә Кирәева.