+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2022, 13:00

Берҙәм пособие тураһындағы законға ҡул ҡуйылды

Ил башлығы Президенты Владимир Путин бала тыуыуға һәм уны ҡарауға бәйле берҙәм пособие тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ кисә, 21 ноябрҙә, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Берҙәм пособие тураһындағы законға ҡул ҡуйылды
Берҙәм пособие тураһындағы законға ҡул ҡуйылды

Ошо законға ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан балаға 17 йәш тулғансы универсаль пособие, шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға пособие индерелә.

Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәт менән тәьмин ителеше һәм ата-әсәнең мәшғүллеге иҫәпкә алына.

“Башинформ”.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: