+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2022, 18:30

Ғилемлелектә – ололоҡ

Бер крәҫтиәндең улы яҡшы уҡыусыларҙан һаналған. Ләкин атаһы уны мәктәптән алған. – Уҡырға, яҙырға белә, шул еткән, артығы кәрәкмәй, – тигән.Хушлашҡанда уҡытыусы малайға бер нисә китап бүләк иткән. Көндөң барына эшләп арыған малай тик кис еткәс кенә уҡырға ултырған.

Ғилемлелектә – ололоҡ
Ғилемлелектә – ололоҡ

– Ниңә шул китаптарың менән ваҡытыңды әрәмгә үткәрәһең? – тип һуҡранған атаһы.
Бер көндө йәрминкәгә барып, игенен һатырға уйлаған. Унда барыу өсөн ике юл бул­ған: береһе – оҙоно, икенсеһе – ҡыҫҡа, ике сәғәттә барып етергә мөмкин, ти. Әммә ҡыҫҡа юлдан барғанда бер күпер аша үтергә кәрәк икән. Ә уның аҫтында ҡурҡыныс бәһлеүән йәшәгән.
– Атай, әйҙә, тура юлдан китәйек. Тәгәрмәстәрҙе лә, аттың тояҡтарын да сепрәк менән урайбыҙ ҙа, бәһлеүән беҙҙе ишетмәйәсәк, – тип тәҡдим иткән.
Шулай эшләгәндәр ҙә. Арба тауышһыҙ ғына күпергә ингән. Әммә шул саҡ ҡурҡышынан атаһы ыҡылдап ебәргән. Бәһлеүән уянған да:
– Кем мине уятырға батырсылыҡ итте? – тип ҡысҡырған.
– Беҙ – крәҫтиәндәр, үҙебеҙ үҫтергән игенде һатырға алып китеп барабыҙ, – тип ҡыйыу яуап биргән малай.
– Яҡшы, әгәр һеҙ минең һорауҙарыма дөрөҫ яуап ҡайтарһағыҙ, үткәрермен, – тигән бәһлеүән.
– Өҫкә ырғытҡан таш ҡайҙа төшә?
– Мин ҡайҙа төбәп атһам, шунда инде, – тигән атаһы.
– Өҫкә бәргән таш кире үҙеңдең башыңа төшә, – тип өҫтәгән улы.
– Тормошта йышыраҡ нимә була? – тип һораған бәһлеүән.
Крәҫтиән уйға ҡалған, ә улы яуап ҡайтар­ған:
– Ғәҙәттә, нимәне әҙерәк көтәһең, шул була.
– Ярай, үтегеҙ. Бәхетең бар һинең, крәҫтиән, улың һорауҙарға дөрөҫ яуап бирҙе, – тигән бәһлеүән.
Улының үҙенән аҡыллыраҡ икәнен белеү атаһына оят булған, шуға ла, асыуланып:
– Һин, улым, икенсе юлы өлкәндәрҙән алда яуап бирергә ашыҡма, – тигән.
– Эй, крәҫтиән, шуны онотма: уҡымышлы бала белемһеҙ атайҙан олораҡ була, – тип ҡысҡырып ҡалған бәһлеүән быларҙың артынан.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Автор:
Читайте нас: