Бер мәл Ҡояш менән төньяҡтан иҫкән әсе Ел араһында бәхәс сыға: кем көслөрәк? Ҡайһыһының әҙәм тормошон да үҙгәртеп ебәрер ҡеүәте бар?
– Әлбиттә, мин! – тип ярһып ыжғыра Ел. – Ышанмаһаң, ҡара: анау һыбайлының плащын бер өрөүҙә сисеп осорасаҡмын!
Әйтеү менән эшкә лә тотона: эй көсәнеп һыҙғыра, меҫкендең кейемен өҙгөләп-тартҡылай, ти.
Ә һыбайлы уның һайын плащына нығыраҡ бөркәнә икән. Асыуынан ни эшләргә белмәгән Ел, һалҡын ямғыр тамсыларын ҡыуып килтереп, туп-тура юлсының өҫтөнә яуҙырырға тотона.
Ә һыбайлы башын аҫҡа эйеп алға барыуын дауам итә, плащының капюшонын ҡымтыбыраҡ кейә, билбауын һығыбыраҡ быуып ҡуя, ти. Кейемде систерә алмаҫын аңлаған Ел, хәле бөтөп, тынып ҡала.
Ул арала болоттар аҫтынан Ҡояш йылмайып килеп сыға. Һыуыҡтан ҡалтыранған ергә, урман-ҡырҙарға нурҙарын мул һибеп, йәһәт кенә йылыта башлай. Рәхәтлектән меҫкен юлсы ла йылмайып ебәрә, башын күтәреп, дәртләнеп атын ҡыуырға тотона. Бер аҙҙан плащын сисеп, эйәренең артына бәйләп ҡуя.
– Күрәһеңме? – тип мут йылмая Ҡояш Елгә. – Көс асыуҙа түгел, ә яҡшылыҡта.
Фото: infourok.ru
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1438418