Әлбиттә, был изге эшкә Рәми Ғариповтың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар ҙа тос өлөш индерҙе. Баш мөхәррире – Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, сайт асыуға «ЭНЕФСИ» ойошмаһы етәксеһе Әлфир Илбаҡтин да күп көс һалған.
– Атайыбыҙҙың ижади фонды менән һәр ҡыҙыҡһынған кеше таныша алһын ине, тигән хыялыбыҙ тормошҡа аша, уға һәм ижадына арналған сайт асылды. Бының өсөн ойошторған, ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Артабан ул йәш яҙыусылар, шағирҙар, ғөмүмән, Рәми Ғарипов ижадын яратыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн асыҡ майҙансыҡ булыр, тип ышанабыҙ, – тине Азамат Ғарипов.
– Атайыбыҙҙың архивын ҡәҙерләп һаҡлағаны өсөн әсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Унда балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр, шулай уҡ үҙе йыйған халыҡ ижады ынйылары ла бар, – тип һүҙгә ҡушылды Гөлнара Рәми ҡыҙы.
Ысынлап та, Надежда Васильевна тормош иптәшенең ижадын айырым темаларға бүлеп, ҡәҙерләп һаҡлаған, үҙе машинкала баҫҡан, китап итеп сығарыуға әҙерләп, күбеһен баҫтырып өлгөргән. Быны Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы ла билдәләп үтте.
– Рәми Ғариповтың халыҡ өсөн билдәле булмаған эшмәкәрлеге тураһында айырым һүҙ булыр әле. Ул бит I, II курстан һуң йәйге каникул осоронда республиканың Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ һәм башҡа райондары буйлап фольклор материалдары йыйып та йөрөгән. Һуғыш осоронда ҡатындары, туғандары яугирҙарға арнап сығарған йырҙарҙы ла яҙып алған. Шулай уҡ Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарында Ленин китапханаһына барып, ғәрәпсә яҙылған эпостарыбыҙҙы кириллицаға күсергән, – тине ул.
Тимәк, туған телебеҙҙе данлаған күренекле шәхесебеҙҙең халыҡ өсөн асылмаған яҡтары ла бар. Уның шәхси архивын, ижадын өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәк әле.
Әлфир Илбаҡтин белдереүенсә, проекттың төп өлөшө тормошҡа ашырылған, әммә уны даими рәүештә тулыландырырға кәрәк. Рәми Ғарипов шәхесенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу дауам итә. Бәлки, кемдеңдер ғаилә архивында бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған фотолары, уның яҙған хаттары, иҫтәлектәре һаҡланалыр. Шуларҙы тәҡдим итергә була.
Әйткәндәй, артабан Рәми Ғарипов сайтын уның исемен йөрөткән 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы алып барасаҡ. Үҙе уҡыған белем усағында «Рәми» медиаүҙәге бар, сайт башлап яҙыусы йәш ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн дә һәйбәт майҙансыҡ булыр, моғайын.
Рәми Ғарипов сайтын Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә уңышлы проект, тип әйтергә мөмкин. Ысынлап та, сайт бик матур эшләнгән, шағирҙың тормошона, ижадына ҡағылышлы бар мәғлүмәт бер урында тупланған. Киләсәктә башҡа әҙиптәребеҙгә арналған сайттар ҙа булдырылыр, тигән теләктә таралышты исем туйында ҡатнашыусылар.
Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
https://yanshishma.com/articles/t-rl-n-n/2023-03-12/r-mi-saytyna-r-him-itege-3173866