+10 °С
Болотло
Банан ҡабығынан төнәтмә яһап та һибәләр, әммә ул насар еҫ сығара, өй шарттарында күп кешегә оҡшап та бөтмәҫкә мөмкин. Шуға киптереп, онтағын һибеү отошлораҡ. Ваҡ итеп турап, батарея өҫтөндә йә иһә духовкала киптереп, төйөргә була. Гөл төбөнә бер сәй ҡалағы онтаҡты һалырға, тупраҡ менән күмдереп, өҫтөнә һыу һибергә мөмкин.
Банан ҡабығы менән гөлдәрҙең япраҡтарын да һөртөргә була. Фикус, монстера, хлорофитум кеүек эре япраҡлы гөлдәрҙең япраҡтарын һөртөү уңайлы.
Фото: kakpravilino.com