-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Апрель 2023, 15:00

Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк

Беҙ йыш ҡына тоҙ ҡабындағы “йодлаштырылған” тигән яҙыуҙы күреп, уны файҙалы тип ҡабул итәбеҙ. Баҡһаң, ҡапта тоҙҙоң сифатын  яҡшыраҡ билдәләгән тағы бер яҙыу бар икән. Ғәҙәттә, ул ваҡ хәрефтәр менән яҙыла.

Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк
Тоҙҙо ла һайлай белергә кәрәк

Кеше организмында йод үҙенән-үҙе синтезланмай, уның запасы аҙыҡ һәм һыу менән инергә тейеш. Йодты тейешенсә кимәлдә ҡулланмау төрлө сиргә юлыҡтырыуы ихтимал. Ҡалҡан биҙе сирҙәре һинең ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамай, теләгән ваҡытта ҡалҡып сыға, шул иҫәптән балаларҙа ла. Ҡарындағы тыуасаҡ баланың  ҡалҡан биҙе өсөнсө аҙнала уҡ үҫешә башлай, тимәк, ошо мәлдән үк уның функцияларын контролдә тоторға кәрәк. Өлкән кешегә тәүлегенә 150 микрограмм йод кәрәк. Бындай миҡдар йодлаштырылған биш грамм тоҙҙа бар. Был бер балғалаҡ тоҙ тигән һүҙ. Һатып алғанда ҡаптағы ошо маркировкаға иғтибар итегеҙ: ГОСТ Р 51575–2000. Был тоҙҙо аш-һыу әҙерләгәндә, әҙер аҙыҡҡа өҫтәгәндә ҡулланырға мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта гипертония, йөрәк-ҡан тамырҙары, бөйөр патологияһы, һимеҙлектән интеккән кешеләргә тоҙ менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Фото: sovet-ok.ru

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-05-14/to-o-la-aylay-belerg-k-r-k-2804038

Автор:
Читайте нас: