-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2023, 14:03

Унисәнең мәҙәктәре

Шулай, төрлө сәбәптәр менән Унисинең ауылында ла газ үткәреү ҡара көҙгә ҡала...

Унисәнең мәҙәктәре
Унисәнең мәҙәктәре

Йәй етеү менән Унисәләрҙең ауылына газ торбалары һуҙа башлайҙар.
Күптәр белә, ул саҡтарҙа хөкүмәт, ауылға тиклем газ торбаларын һуҙырға аҡса бүлһә лә, һәр кем үҙ өйөнә газ индереү өсөн дә аҡса табырға кәрәк! Әле ул апаруҡ ҡиммәт! Ауыл халҡы өсөн һәр тин ҡәҙерле. Ауыр ине ул саҡтарҙа ҙур аҡсаны табыуы!
Әле ҡайһы саҡтарҙа хөкүмәттең дә торбалары етешмәү сәбәпле газ үткәреү эше туҡталып та ҡала. Хәйер, йәй буйы утын ташып, ҡыш буйы мейес яғырға өйрәнгән ауыл халҡының бик иҫтәре китмәһә лә, шулай булһа ла хәллерәк кеше газ индергәс, күршеләре лә артта ҡалырға теләмәй газды үткәрергә тырыштылар.
Шулай, төрлө сәбәптәр менән Унисинең ауылында ла газ үткәреү ҡара көҙгә ҡала.
Ә ауыл халҡы, көндәр һыуытып ямғырҙар яуыуына берҙә генә иҫе китмәй, эш юҡта саҡырышып, ҡунаҡ булырға яраталар.
Шулай, газ үткәреү өсөн йырғыланып бөткән урам буйлап, ауылда тыуып, ауылда ғүмер иткән ир менән ҡатын ҡунаҡтан ҡайтып киләләр икән. Ир кеше ҡунаҡта яҡшы ғына “һалғас”, күңел көр!
Ҡатынын эйәртеп, күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғы төнгә лә, һибәләгән ямғырға ла, ихтибар итмәй, йырлай-йырлай ҡунаҡтан ҡайта.
Үҙ өйө янына еткәс, кемгә генә үпкәләп кемде генә һүкһен инде, тәрән генә итеп ҡаҙылған соҡорға мәтәлсек ата!
Ҡатын иҫерек ирен нисек кенә соҡорҙан сығарырға тырышһа ла, булдыра алмағас, ҡулын һелтәп:
-Нисек төшөп киттең шулай үҙең сыҡ! Һыйыр һымаҡ һәр һалған рюмканы эсеп ултырмайҙар уны!-тип асыулана ла, өйөнә инеп тә китә...
Теге ир, ҡатыны артынан һүгенеп әрләп ятып ҡала. Ә ҡатын, иренең эскән саҡта батырланып һуғыш суҡмарына әйләнеүен иҫендә тотоп, “айныҡҡансы әйҙә ятһын шул соҡоронда!”-тип, өй ишеген бикләп ҡуя.
Иҫерек ир тырыша торғас, нисек кәрәк шулай сығып, өйөнә инәм тиһә, өй ишеге бикле!
Бер аҙ ишек төбөндә һүгенеп торғандан һуң, өшөй башлағас, аҙыҡ-түлек һала торған келәткә инә...
Ул көндө ҡатыны баҡсалағы ҡыҙыл сөгөлдөрөн ҡаҙып, келәттең баҙына тултырып тигәндәй һала ла, әмәлгә ҡалғандай, баҙ ҡапасын ябырға онота. Ир келәткә инеү менән баҙ эсенә оса.
Осоп ҡына ҡалмай, артынан баҙ ишеге шап итеп ябылып та ҡуя...
Йылы баҙ иҫерек ирҙе тағында нығыраҡ иҫертә. Ауыҙын асып, ҡысҡырырға хәле етмәй, хырылдап йоҡоға тала.
Иртәләп, башы ауыртыуҙан уянып китә. Тик һис кенә лә ҡайҙа ятҡанын аңлай алмай! Нисек булһа ла тороп китер өсөн ҡулын һуҙа. Ҡулы иҙән таҡтаһына барып тейә. Меҫкен ирҙең башына,”был бит ләхет таҡтаһы!” -тигән яман уй килә.
-Ҡотғарығыҙ! Мин тере! Мин үлмәнем!-тип ҡысҡырырға тотона.
Шул хәлдән һуң, үҙ ауылында ғына түгел тирә-яҡ ауылдарҙа ла йыш ҡына, картуф, йә башҡа аҙыҡ-түлек алыр өсөн баҙға төшкән саҡта: “Баҙ ҡапҡасын ябып ҡуймағыҙ! Мин тере, мин үлмәнем!”-тигән лаҡап һүҙ тарала.

Батю привези!


Унисиәнән тағы бер мәҙәк
Урыҫ егете ауылдың савхоз рәйесен йөрөтөргә яллана.
Әмәлгә ҡалғандай, күптә тормай, совхоз рәисенең ейәне тыуа.
Һәр ваҡыттағыса, шашлыҡ бешерергә ит, араҡыһын да алып, ейәнен “йыуырға” дуҫтарын туғайға саҡыра.
Яҡшы ғына итеп “һуғып” алғас, араҡылары етмәйерәк ҡалған тегеләрҙең. Дуҫтарға күңелле! Береһе лә ҡайтыу яғына ыжламай икән. Рәйес, машина кабинаһында көтөп ултырған йөрөтөүсеһенә:
-Гони машину и срочно привези водку, лучше ”Батя” тигәнен!- тип ҡуйған.
Туҡһанынсы йылдарҙан һуң “Батя” тип аталған араҡы һатыла торған булған. Урыҫ егетенә нимә инде, кибеттән араҡы һатып алған да, “Он же приказал еще батю привезти!”-тип уйлап, үҙенең атаһында алып килгән.

 

"БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР"ҙән.

Автор:
Читайте нас: