+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Сентябрь 2023, 15:46

БЫНА ҺИҢӘ КӘРӘК БУЛҺА СУМАЙЫРА, СУМАҠА!

Ә быныһын Сибай институтында эшләгән саҡта студенттарымдың береһе халыҡ ижады буйынса курс эшендә яҙғайны. Быныһы ла йәштәрҙең киске уйыны менән бәйле. Ҡыҫҡаһы, бер ауылда йәшәгән ғаиләлә өлкәнәйеп барған ҡыҙҙарын киске уйынға яңғыҙын ғына сығарырға ҡурҡып, гел бер ҡустыһын эйәртәләр икән.

БЫНА ҺИҢӘ КӘРӘК БУЛҺА  СУМАЙЫРА, СУМАҠА!
БЫНА ҺИҢӘ КӘРӘК БУЛҺА СУМАЙЫРА, СУМАҠА!


Һеҙҙең күптәрегеҙ, моғайын да, Таһир Таһировтың "Зигуна" тигән әҫәрен уҡығаны, уҡымаһа, исемен булһа ла ишеткәне барҙыр, эйе бит? Ә нимә тигән һүҙ ул зигуна? Әәә?! Белмәйһегеҙме? Тимәк, уҡымағанһығыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, юҡ ул ундай һүҙ. Пыросто әҫәрҙәге бер герой кис уйынға барған саҡта йәштәр әйткән таҡмаҡтағы "билләре нәзек уның" тигән юлдағы "нәзегуның"ды шулай ишетеп, байтаҡ ваҡыт аптыранып йөрөй. Минең менән дә, шулай уҡ яҡшы таныштарым менән дә булғыланы ундай "яңылыш" ишетеүҙәр. Бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәйем әле.
Беҙҙең ауылда Ишмөхәмәт тигән апа йәшәй торғайны. Атайым мәрхүмдең замандашы булған был апа күптән юҡ инде яҡты донъяла. Уның менән булғанды атайым һөйләгәйне. Ҡыҫҡаһы, шул Ишмөхәмәт апа йәш сағында (40-сы йылдар аҙағы) күрше ауылдарҙың береһендә ахритала (йәштәрҙең киске уйыны) булып ҡайта. Ҡайтҡас, йәштәргә һөйләй икән был: "Байназар йәштәре эй матур итеп бер яңы таҡмаҡ әйтәләр инде!"
– Ә ниндәй таҡмаҡ? Дауай, беҙгә лә өйрәт!
– Эй, бөткәнсе отоп ала алманым да ҡуйҙым шуу...
– Моғайын, айырым һүҙҙәреме, юлдарымы булһа ла иҫендә ҡалғандыр әле?
– Ҡалды ла ул...
– Шулай булғас? Әйт!
Ишмөхәмәт апа әҙерәк шымып тора ла таҡмаҡлап ебәрә:
Сумайыра, сумаҡа!
Сумар килен ярата!..
Быны тыңлап торған йәштәр гөр килеп көлөп ебәрә. Баҡтиһәң, ул таҡмаҡ ошолай булған икән:
Сума өйрәк, сума ҡаҙ,
Сумар күлен ярата!

????Ә быныһы инде беҙ бала саҡтараҡ беҙҙең атай һәм әсәй менән була. Элек бит ауыл кешеләре байрамдарҙа аттар егеп күрше ауылдарға ҡунаҡҡа бара торғайны. Шулай бер йылды беҙҙең атай менән әсәйҙе лә Байғаҙы ауылындағы Ғәйзулла апамдар Октябрь байрамына ҡунаҡҡа саҡыра. Баралар былар. Йола буйынса, өй беренсә ҡунаҡ итеп алып йөрөйҙәр икән. Әҙерәк һитәле бал шимдәп, ҡыҙып ала ла эй бейергә төшөп китә торғайны бит инде элек халыҡ. Бында ла шулай икән. Һәр ҡунаҡ булған ерҙә бер матур ғына ят таҡмаҡ әйтәләр ти тужы. Әсәйем беҙ үҫеп бөткәс, көлөп иҫкә алған була торғайны: "Атайың мәрхүм шул таҡмаҡтарҙы иҫе китеп тыңлап ултырҙы ла минең ҡолаҡҡа ғына: " Нимә тип таҡмаҡлайҙар ул? Әллә "йөнө елберҙәп тора” тиҙәр инде?" – тигән була".
Баҡтиһәң, байғаҙылар шулайыраҡ теттергән булған ул саҡта:
Ал бәйләп ҡулына,
Гөл бәйләп ҡулына,
Йөрөй елберҙәп бейеп!
Һайраһын һандуғастар өҙөп-өҙөп,
Беҙҙең дә өҙә баҫҡанды күреп!
Беҙҙең дә өҙә баҫҡанды күреп!

????Ә быныһын Сибай институтында эшләгән саҡта студенттарымдың береһе халыҡ ижады буйынса курс эшендә яҙғайны. Быныһы ла йәштәрҙең киске уйыны менән бәйле. Ҡыҫҡаһы, бер ауылда йәшәгән ғаиләлә өлкәнәйеп барған ҡыҙҙарын киске уйынға яңғыҙын ғына сығарырға ҡурҡып, гел бер ҡустыһын эйәртәләр икән. Йәнәһе, апайына күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй була инде. Бер көн был малайҙан әсәһе һорай икән:
– Шунан, улым, нимәләр эшләй апайыңдар унда? Ниндәй уйындар уйнайҙар?
– Эй, унда улар Хөснөтдин ағайымды мыҫҡыл итеп йырлайҙар ҙа ул!..
– Нисек мыҫҡыл итеп?..
– Нуу... Каруче, "ыржая-ыржая төндә йөрөгән Һөсмәләй!" тип йырланылар ағайым тураһында...
Баҡтиһәң, йәштәр:
Рыжая, рыжая!
Ты же у меня
Всех милей! – тип таҡмаҡ әйтеп бейегәндәр икән. "Всех милей"(милее) был малайға Һөсмәләй булып ишетелгән. Ә ғаиләлә Хөснөтдин ағаларын өлкәнерәктәр Һөсмәләй тип йөрөткән, имеш. Бына һиңә "ыржая-ыржая төндә йөрөгән Һөсмәләй!"

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА.

Автор:
Читайте нас: