+16 °С
Болотло
Миңә бушлай юридик ярҙам тәҡдим итеп, бик йыш робот шылтырата башланы. Тәүҙә тыңламаным, шылтыратыуҙарын өҙөп торҙом. Бик йәнгә тейгәс, тыңланым, ярҙамдарын алырға “1”-гә баҫтым. Ярты сәғәттән ҡабат шылтыраттылар:
– Нимә булды, беҙ һеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ?
– Һеҙҙең компания 152-се Федераль законды боҙа, – тинем. – Мин уларҙы судҡа бирергә теләйем. Һеҙ миңә ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
Шунда уҡ трубканы ташланылар. Ә шылтыратыуҙар туҡталды.
М. БАРЫЕВ.