+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2023, 15:16

Мәҙинә сусҡалары

Йөрөмәгән ер ҡалманы-юҡ кесерткән. Төртөп сыҡҡан берен, күрәһең,йыйып ашай барғандар.Өйгә буш ҡайтһам,әсәй әрләүҙән ҡурҡам.

Мәҙинә сусҡалары
Мәҙинә сусҡалары

Ҡайһы йыл икәнен хәтерләмәйем,һәр хәлдә һуғыш бөтмәгән ине әле.

Зарығып көткән яҙ килеп етте.Юҡ,яҙҙың матурлығын көтмәнек беҙ.Беҙгә беренсе үләндәрҙең шытып сығыуы кәрәк ине.Улар булһа астан үлмәйбеҙ тигән һүҙ.
Әсәй мине кесерткән йыйырға сығарып ебәрҙе.Хәҙер унда-бында үҫеп ултырған кесерткәнде күрһәм, ,,Ул ваҡытта,беҙ эҙләп йөрөгәндә ҡайҙа инегеҙ, кесерткән бәғеркәйҙәр?-тип һорағы килә.
Йөрөмәгән ер ҡалманы-юҡ кесерткән. Төртөп сыҡҡан берен, күрәһең,йыйып ашай барғандар.Өйгә буш ҡайтһам,әсәй әрләүҙән ҡурҡам.Ул бит асыуҙы килтерә торған һүҙ ҡушып әрләй.Шул булдыҡһыҙға эш ҡушҡан мин иҫәр,тей.
Булдыҡһыҙ һүҙен ишетеүҙән дә ауырыраҡ һүҙ юҡ минең өсөн.
Инде ҡайҙа барырға тип торғанда,бәхет асылды.Мәрфүға апайҙарҙың баҡсаһы ситендә,ситән артында бер ҡосаҡ кесерткән.Ҡарағусҡыл йәшел булып ултыралар, йән киҫәктәрем.
Ситән аша төшөп йыйырға ҡурҡтым.Улай кереүҙең ҡараҡлыҡ икәнен,ярамағанлығын белә инем.Шуға күрә,ситән ярығынан ҡулды тығып ҡына кесерткәндәргә үрелдем.
Ҡулды сағыуҙарына ҡарағанда,умырып-умырып ҡына алам үҙҙәрен.
Шул ваҡыт,,Ни эшләйһең ,сусҡа?"-тигәнгә күтәрелеп ҡараһам,янымда Мәрфүға апай тора.Ҡасып ҡотолорлоҡ та түгел.
,,Һис ҡотолоп булмай шул Мәҙинә сусҡаларынан",-тип мине нисегерәк язаларға уйлап торғандар инде.Туҡмаһа, ҡыҙғаныс,туҡмамаһа, ,,сусҡаның"аҙыуы бар.
,,Харап иткән кесерткәнемде,тамыры менән йолҡҡан ,тамыры менән ",-тип өҙгәләнә
Мәрфүға апай.Ҡасырға самалаған инем,ҡолаҡтың тырпайып тороуы ҡамасауланы.
Ҡолаҡтан эләктереп алды Мәрфүға апай.Әсе итеп ҡысҡырғанмындыр,ахрыһы ишек алдына әсәй килеп сыҡты.Улар ҡысҡырышҡан арала мин тайып өлгөрҙөм.Ниҙәр әйтешкәндәрҙер ике күрше,ике бәхетһеҙ ҡатын-белмәйем.
Һәр хәлдә, матур һүҙҙәр әйтелмәгәндер.Юғиһә,ҡышҡы оҙон төндәрҙә бер-беребеҙгә йөрөйбөҙ,кәрәсин йәлләйбеҙ.Бергә эшкә йөрөйҙәр.Бында бер услам кесерткән өсөн...
Хәҙер шуларҙың барыһы өсөн дә күршебеҙ Мәрфүға апайҙан ғәфү үтенер инем дә юҡ инде ул,һуғыш бөткән йылы мәрхүмә булды.Хатта мин ,,Мәҙинә сусҡалары"өсөн дә үпкәләмәйем хәҙер...

Фәриҙә Мәхмүтова

Автор:
Читайте нас: